Бөтә яңылыҡтар
Иман
21 Февраль , 20:35

Рәнйетелгән кешенең доғаһынан һаҡлан

Уның артында кем тора?  22 февралгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ.

Рәнйетелгән кешенең доғаһынан һаҡлан
Рәнйетелгән кешенең доғаһынан һаҡлан

Динебеҙҙә кемде лә булһа рәнйетеү ҙур гонаһ тип һанала. Нахаҡҡа ҡыйырһытылған кешенең доғаһы менән Аллаһ араһында пәрҙә юҡ – ул, һис шикһеҙ, ҡабул ителә.

Шуға күрә Пәйғәмбәребеҙ, үҙенең сәхәбәләрен берәр ергә ебәрһә, рәнйетелгән кешеләрҙең доғаһынан һаҡланырға ҡушҡан. Ибн Ғәббәстең һүҙҙәренә ҡарағанда, Йәмән ерлегенә Мүғаҙ ибн Жәбәлде ебәргәндә лә Пәйғәмбәребеҙ уға: “Рәнйетелгәндең доғаһынан һаҡлан, сөнки уның доғаһы менән Аллаһ араһында пәрҙә юҡ”, – тигән (Мөслим риүәйәте).

Берәр кешене иҫкә алһаҡ, йыш ҡына “Уның артында кем тора?” тигән һүҙҙе ҡулланабыҙ. Рәнйетелгән кешенең артында Аллаһ тора. Аллаһ уны Үҙе яҡлай, рәнйетеүсеһен Үҙе таба, тейешлеһен Үҙе бирә.

"Бер кемдең дә күңелен ҡыймағыҙ. Һис ғәйепһеҙгә рәнйетелгән кешенең әрнеүе, доғаһы туп-тура Аллаһҡа еткерелә", - тигән Пәйғәмбәребеҙ. Ул шулай уҡ ураҙа тотҡан кешенең ифтар мәлендәге доғаһы Аллаһ тарафынан һис ҡасан кире ҡағылмауын әйткән.

Бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булайыҡ. Ураҙа айын лайыҡлы үтәйек.

22 февралгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. (Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратынан алынды. Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән).

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...

Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас