Иман
24 Февраль , 14:55

Дуҫың һинең артыңдан һөйләп йөрөй...

Был турала ишетә лә, ошаҡлау өсөн янына йүгереп килә... Ғәйбәткә ҡаршы ниндәй доға уҡырға?

Дуҫың һинең артыңдан һөйләп йөрөй...Дуҫың һинең артыңдан һөйләп йөрөй...
Дуҫың һинең артыңдан һөйләп йөрөй...

Бер кеше имам-хатип янына килә лә: "Дуҫығыҙ һеҙҙең арттан һөйләп йөрөй. Нимә тигәнен әйтәйемме?" – ти, йыш-йыш тын алып.

– Туҡта, көтөп тор, – тип яуаплай мулла. – Нимә әйтергә теләгәнеңде тәүҙә өс иләк аша үткәр.

– Нисек?

– Беренсенән, был һүҙҙәрҙе дөрөҫлөк иләгенә һал. Миңә әйтергә теләгәнеңдең хаҡ икәнен ныҡлы беләһеңме?

– Юҡ. Ишеттем генә...

– Яҡшы. Тимәк, дөрөҫмө-юҡмы икәнен белмәйһең. Хәҙер инде еткерергә теләгән һүҙҙәреңде изгелек иләгенән үткәрәйек. Һин минең дуҫым хаҡында яҡшы хәбәр әйтергә теләйһеңме?

– Юҡ! Киреһенсә!..

– Тимәк, – тип һүҙҙе бүлгән имам-хатип. – Һин уның тураһында, хатта ки дөрөҫлөктө белмәһәң дә, ниндәйҙер насар һүҙ еткерергә ниәтләйһең. Өсөнсө – файҙа иләге. Миңә был хәбәрҙе мотлаҡ ишетеү кәрәкме? Ул тормошома ыңғай йоғонто яһармы, файҙа килтерерме?

– Юҡ...

– Тимәк, еткерергә теләгән һүҙең хаҡ та, яҡшы ла, файҙалы ла түгел. Бындай осраҡта уны ниңә әйтергә?..

Ошо хикмәттә раҫланыуынса, ғәйбәт һөйләү, һүҙ йөрөтөү - ҙур гонаһ. Изге Рамаҙан айында бындай кире ғәмәлдәр айырыуса тыйыла. Ураҙала насар ғәҙәттәрҙән арынып, хаҡ юлға нығыраҡ яҡынайырға яҙһын, иншаллаһ! 

Ғәйбәткә һәм кешенең яуызлығына ҡаршы уҡыла торған доғалар күп. Уларҙың береһен тәҡдим итәбеҙ:

"Аллаһүммә мунзиләл-Китәб, сәриъал-хисәб, иһзимил-әһзәбә, Аллаһүммәһ-зимһүм үә зәлзилһүм!"

Аңлатмаһы: "Эй Аллаһым! Яуыздар төркөмдәрен тарҡат. Эй Аллаһым, уларҙы тарҡат һәм күңел тыныслығы бир".

Иртәгәгә, 25 февралгә, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Таблица Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас