Иман
1 Март , 13:00

Иң затлыны эләктерҙем тип маһайма

Һеҙгә көнләшкәндәрҙең хөсөтлөгөнән бәлә килмәһен өсөн уҡыла торған доға тәҡдим итәбеҙ.

Иң затлыны эләктерҙем тип маһаймаИң затлыны эләктерҙем тип маһайма
Иң затлыны эләктерҙем тип маһайма

Абруйлы юғары уҡыу йортон тамамлап, төрлө тармаҡтарҙа эшләп йөрөгән йәштәр үҙҙәренең яратҡан уҡытыусыһы булған ҡарт профессорға ҡунаҡҡа йыйылған. Хәл-әхүәлдәрен белешә торғас, уларҙың барыһы ла тормошона зарланырға керешкән: берәүҙәрҙе биләгән вазифаһы ҡәнәғәтләндермәй, икенселәрҙе – йәшәгән урыны, өсөнсөләрҙе – килеме...

Профессор элекке уҡыусыларын тыныс ҡына тыңлап ултыра биргән дә аш-һыу бүлмәһенә йүнәлгән һәм бер аҙҙан өҫтәлгә ҡәһүә ҡойолған төрлө һауыттар сығарып теҙгән. Ҡунаҡтарҙың сосораҡтары йәһәт кенә фарфор, гәлсәр сынаяҡтарҙы алып бөтә, ҡалғандарға арзан быяла стакандар, тимер көрөшкәләр тәтегән.

– Иғтибар итегеҙ, йәмәғәт, – тигән уҡытыусы, йәштәрҙе ҡыҙыу әңгәмәһенән бүлдереп. – Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренеш булған әлеге ҡыланышығыҙ ысынында – күп кенә бәләләрегеҙҙең нигеҙе. Берәүҙәр, затлы һауытты эләктерҙем, тип уйлап, маһаялыр, икенселәр иһә уларға ҡарап көнләшәлер, кәмһенәлер. Шунлыҡтан күңелдәрегеҙ керләнә, һөҙөмтәлә бер үк эсемлек кемгәлер татлыраҡ һымаҡ тойола, ә кемдеңдер тамағына ла үтмәй. Тормошоғоҙ – ҡәһүә, эш урынығыҙ, байлығығыҙ, йәмғиәттәге дәрәжәгеҙ – һауыт, тип күҙ алдына килтерегеҙ. Тыштан ғына ҡарап, кешенең йәшәйеше ниндәй икәнен бер нисек тә белеп булмай. Ҡайһы саҡта, һауыт менән ҡәнәғәтләнеп, эсемлектең, йәғни тормошобоҙҙоң, ысын тәмен татый алмайбыҙ.

Иң бәхетлеләр – донъя ниғмәттәре өсөн йән атыусылар түгел, ә барына шөкөр итеп йәшәй белеүселәр. Рамаҙан айы беҙҙе ошо хәҡиҡәткә тағы ла нығыраҡ инандыра.

Уңыштарың, яҡшы йәшәүең бәғзеләрҙең көнсөллөгөн дә уятыуы бар. Уларҙың хөсөтлөгөнән бәлә килеү ихтималлығы булғанда уҡыла торған доға тәҡдим итәбеҙ:

"Аллаһүммә инни нәжғәлүкә фи нүхүриһим үә нәғүҙү бикә мин шүруриһим".

Мәғәнәһе:

Әй, Аллаһ! Уларҙың ауыҙынан һәм теленән сыҡҡандарҙы Үҙ хөкөмөңә тапшырабыҙ. Улар яуызлығынан Үҙеңдән генә яҡлау эҙләйбеҙ.

2 мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Таблица Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының ҡушымтаһынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас