Донъяла Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте менән һәр нәмә үлсәүгә һалынған. Ошоға бәйле бер хикәйәтте иҫкә төшөрөп уҙайыҡ.
Сөләймән ғәләйһис-сәләм пәйғәмбәр ҙә, батша ла булған. Ошондай ике ҙур вазифаны бергә алып барыу, әлбиттә, оло яуаплылыҡ талап иткән. Пәйғәмбәр булараҡ, Аллаһ Тәғәлә тарафынан ебәрелгән дини ҡанундарҙы өйрәтһә, батшалыҡ уның иңенә халыҡты яҡлау, һаҡлау кеүек бихисап бурыс йөкмәткән. Бер көн Сөләймән ғәләйһис-сәләм ныҡ оло йәштәге, бөкрәйеп бөткән, әммә арҡаһына ауыр утын йөкмәгән бабайға тап булған. “Бына ошолай көн итәм, фәҡирмен”, – тип зарын еткергән ҡарт. Сөләймән ғәләйһис-сәләм уға бер алмас тотторған. “Ошо байлыҡты тотон, ул ғүмереңдең ахырына хәтлем етәсәк, һинән һуң да ҡаласаҡ әле”, – тигән ул.
Күпмелер ваҡыт үткәс, теге ҡартты йәнә осратҡан. Бабай хас теге сағындағы хәлдә йөрөй икән: бөкрәйгән, арҡаһына ауыр утын йөгө аҫып алған... Ифрат ныҡ ғәжәпләнгән Сөләймән ғәләйһис-сәләм: нисек инде шул ҡәҙәр аҡсаһы була тороп, һаман фәҡир ҡиәфәтендә йөрөргә мөмкин? “Эй... Теге саҡ алмас тотоп ҡайтып килә инем, юлбаҫарҙар талап алды”, – тип көрһөнгән ҡарт. Сөләймән ғәләйһис-сәләм уға икенсе тапҡыр алмас һонорға торғанда, Аллаһ Тәғәләнән әмер килгән: “Бирмә һин уға – тормошон барыбер үҙгәртә алмаҫһың: ғүмер буйы әлеге хәлендә ҡаласаҡ”.
Был хикәйәттең нигеҙендә ҙур хикмәт ята: бәғзеләр мөлкәтте күп көс түгеп, тырышып-тырмашып тапһа, икенсе берәүҙәр булғанын да тота белмәй. “Эй, Раббым, байлыҡтың файҙалыһын, хәйерлеһен бир” тигән доға тап ошоға бәйле килеп сыҡҡандыр ҙа. Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларын төрлөсә һынай. Байлыҡ менән фәҡирлек тә юҡтан бирелмәй: ике юлда ла кеше иманын, ғәҙеллеген һаҡларға тейеш.
Байлыҡ, ырыҫ-ниғмәт китмәүен теләп уҡый торған доға тәҡдим итәбеҙ:
"Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәхәуүли ғәфиәтикә үә фужәти ниҡмәтикә үә жәмиғи сухтиҡ".
Мәғәнәһе:
Әй, Раббым! Байлыҡ-ниғмәтеңдең кинәт бөтөүенән, Һин биргән сәләмәтлектең китеүенән, көтмәгәндә ҡайғы килеүҙән һәм башҡа бөтә ғазаптарыңдан тик Үҙеңә генә һыйынам.
Иртәгәг, 4 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan