...“Тормош һәр саҡ һин уйлағанса ғына бармай. Яңылыш баҫҡан, һөрөнөп йығылған саҡтарың да була. Бигерәк тә йәш саҡта – осоноп-ашҡынып, бер ынтылыуҙа бөтәһен дә ҡосағыңа алырҙай булып йөрөгән, саманы онотоп киткән мәлдәрҙән дә ҡотолоп булмай. Мин дә юлыҡтым бындай хәлгә. Яңылыштым, ҙур ғына хата ебәрҙем. Ана шул саҡта әҙәм балаларының ни тиклем төрлө-төрлө булыуын, кәрәк саҡта хатта үҙ-үҙен аямай бер-береһенә ярҙам итеүен, яйы сыҡҡанда көнсөллөк хисен ҡандырыу өсөн ярҙан этергә лә әҙер тороуын да күрергә тура килде...” (олуғ яҙыусыбыҙ Ноғман Мусиндың яҙмаһы).
Ошонан сығып, әҙәм балаларының күңелен яман уйҙар, көнсөллөк баҫҡан мәлдә уҡыла торған доғаларҙың береһен тәҡдим итәбеҙ:
“Әғүҙү бил-ләһи минәш-шайтанир-ражими үә мин фитнәтиһ. Әмәнтү бил-ләһи үә рәсүлиһ. Аллаһү әхәд. Аллаһүс-самәд. Ләм йәлид үә ләм йүләд. Үә ләм йәкүл-ләһү күфүән әхәд”.
Мәғәнәһе:
Таш менән атып ләғнәт уҡылған шайтан ҡотҡоһонан, уның бола һәм фетнәләренән ҡасып, Аллаһы Тәғәләгә һыйынам. Мин Аллаһы Тәғәләгә һәм уның илселәренә инандым. Аллаһ – Бер. Ул – мәңгелек, бер кемдән тыуманы һәм бер кемде тыуҙырманы. Уға тиң булырлыҡ бер кемде тыуҙырманы. Уға тиң булырлыҡ бер кем юҡ.
Иртәгәгә, 6 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.
Беҙҙең МАх каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan