Бөтә яңылыҡтар
Иман
7 Март , 20:50

Ҡатын-ҡыҙҙы һөйөү йәшәтә

Ғаиләлә мөхәббәт һүнмәһен өсөн, Аллаһтан ошолай тип һорайыҡ.

Ҡатын-ҡыҙҙы һөйөү йәшәтә
Ҡатын-ҡыҙҙы һөйөү йәшәтә

Һәр ғаиләнең матур, татыу йәшәгеһе килә. Ҡатын – иренең, ир ҡатындың яратыуын, аңлауын теләй.

Әммә ғаиләлә мөнәсәбәттәрҙең төрлөгә әйләнеүе, ауырлашыуы ихтимал. Ошондай осраҡтар өсөн пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән еткерелгән күркәм доғалар бар. Улар ир менән ҡатын араһындағы йылы мөнәсәбәттәрҙе кире ҡайтарырға ярҙам итер, һөйөү ҡуҙын яңынан дөрләтеп ебәрер.

Ошондай доғаларҙың береһен тәҡдим итәбеҙ:

“Аллаһуммә әллиф бәйнә кулүбинә, вә әсълих зәтә бәйнинә, вәһдинә субуләс-сәләми, вә нәжжинә минәз-зулүмәти илән-нур, вә жәнибәл-фәвәхишә мәәзәхәра минһә вәмә бәтәнә”.

Мәғәнәһе:

“Эй Аллаһым, беҙҙең йөрәктәребеҙҙе берләштер, ике аралағы мөнәсәбәтебеҙҙе яҡшырт. Беҙҙе тыныслыҡ юлынан алып бар, ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығар. Асыҡ һәм йәшерен насарлыҡтарҙан һаҡла”.

8 мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Таблица Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ҡушымтаһынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ.

Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас