Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә донъялағы иң изге кешеләребеҙҙең бөйөклөгөн йәнә бер ҡат тәҡрарлап үтәйек. Әлбиттә, был ғәмәлдең байрам уңайынан ғына түгел, ә көн һайын башҡарылырға, ғәзиздәребеҙгә йылы һүҙҙәрҙе йыш еткереп торорға тейешлегебеҙҙе лә онотмайыҡ. Әсәйҙәребеҙ алдында беҙ мәңге бурыслы.
Бер ғалимдың (уйлап табыусы Томас Эдисон) тормошона бәйле киң таралған хикәйәтте иҫкә төшөрәйек.
Малай мәктәптән ҡайта ла әсәһенә хат тоттора. Ғәзиз кешеһе яҙманы асып ҡарағас, ниңәлер күҙҙәре йәшләнә. Унан улына ҡысҡырып уҡып бирә: «Һеҙҙең малайығыҙ – даһи. Мәктәбебеҙ бәләкәй булғанлыҡтан, ундай аҡыллы балаға белем бирерлек уҡытыусы юҡ. Шуға улығыҙҙы өйҙә генә уҡытһағыҙ ине...».
Әсә балаһы менән үҙе шөғөлләнә башлай. Һөҙөмтәлә бер нисә йылдан улы өйҙөң баҙында үҙ лабораторияһын асып ебәрә. Артабан үҫешә барып, ҙур ғалимға әүерелә.
Бер мәл ҡәҙерле әсәһе баҡыйлыҡҡа күсә. Улы йорттағы элекке әйберҙәрҙе ҡарап, бала сағын иҫкә төшөрөп ултырғанда һарғайған ҡағыҙ бите килеп сыға. Ә унда шундай һүҙҙәр яҙылған була: «Һеҙҙең улығыҙ аҡыл яғынан үҫешмәгән. Уны башҡа балалар менән бергә уҡыта алмайбыҙ. Мәктәпкә башҡаса килмәһен...»
...Әсә кешенең ни ҡәҙәр оло йөрәкле булыуы, бөйөклөгө хаҡындағы иҫәпһеҙ-һанһыҙ хикәйәттәрҙең береһе генә был. Ғәзиздәребеҙҙең ҡәҙерен беләйек! "Йәннәт әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында" тигән һүҙҙәрҙе бер ҡасан да иҫтән сығармайыҡ.
Иртәгәгә, 9 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan