Дини сығанаҡтарҙа әйтелеүенсә, әгәр сәхәр мәлендә ашап-эсмәһәң, был ураҙа боҙолдо тигән һүҙ түгел.
Кис йоҡлар алдынан, иртәгә лә ураҙа тотасаҡмын, тип ниәтләп яттығыҙ икән, сәхәргә уяна алмағанда ла, ураҙағыҙ боҙолмай, уны дауам итәһегеҙ.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ҡояш сығыр алдынан туҡланырға тәҡдим иткән, сәхәрҙә – бәрәкәт, тигән. Ашау-эсеү кешенең организмын нығыта, хәлләндерә. Шуға ла сәхәрҙә туҡланырға тырышыу мөһим. Әгәр инде был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырһағыҙ, көн дауамында ураҙа тотоуы ауырыраҡҡа тура киләсәк. Әммә, алда әйтелгәнсә, ғибәҙәт боҙолмай.
Рамаҙан айын лайыҡлы үткәрәйек!
Иртәгәгә, 10 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының ҡушымтаһынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan