Бөтә яңылыҡтар
Иман
10 Март , 16:15

Ҡәҙер төнө инер мәл етте

"Был мәлдә ниндәй доға ҡылайым?” – тип һораған ҡатыны Пәйғәмбәребеҙҙән. Яуап - яҙмала.

Ҡәҙер төнө инер мәл етте
Ҡәҙер төнө инер мәл етте

Көтөп алған Рамаҙаныбыҙ үтеп тә бара. Әле ураҙа айының һуңғы ун көнлөгөндәбеҙ.

Билдәле булыуынса, был осор айырыуса әһәмиәтле. Ни өсөн тигәндә, ун көнлөктәге таҡ һанлы кистәрҙең береһендә (йәғни 21-се, 23-сө, 25-се, 27-се, 29-сы) Ҡәҙер төнө була. Ҡайһыһындыр айырып күрһәтеү хаҡ түгел, сөнки Аллаһ Тәғәләнән был турала бер ниндәй ҙә күрһәтмә килмәгән. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм изге айҙың һуңғы ун төнөн тотошлай ғибәҙәттә үткәрер булған.

Раббыбыҙҙың Ҡәҙер кисенең тәғәйен ваҡытын сер итеп ҡалдырыуында ҙур хикмәт ята. Әгәр ҙә әҙәм балаһы был төндөң ҡасан икәнен белһә, башҡаларын иғтибарһыҙ ҡалдырыр, һөҙөмтәлә бихисап әжер-сауаптан мәхрүм ителер ине. Дини китаптарҙа әйтелеүенсә, Ҡәҙер кисе бүтәндәргә оҡшамаған. Ул бик яҡты була. Ай менән йондоҙҙар сағыуыраҡ балҡый, еләҫ ел ләззәт бирә. Әҙәм балаһы күңелендә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ кинәнес кисерә. Йөрәгендә иман нуры арта, уҡыған намаҙҙарынан илаһи рәхәтлек ала.

“Йә, Рәсүлуллаһ, был мәлдә ниндәй доға ҡылайым?” – тип һораған Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән ҡатыны Ғәйшә. Пәйғәмбәребеҙ уға "Аллаһүммә, иннәкә ғәфүүн, түхиббүл ғәфүә, фәғфү ғәнни" тип уҡырға әйткән (“Эй, Раббым, Һин ғәфү итеүсе затһың, минең гонаһтарҙы ла ярлыҡа”).

Ҡәҙер кисендә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән фәрештәләр ергә төшә һәм уяу торған, намаҙҙа, зекерҙә булған, ата-әсәһенә ихтирам-хөрмәт күрһәткән изгелекле кешеләргә доға ҡыла. Улар алдағы йылда ниҙәр көтөлөүе хаҡында мәғлүмәт ала. Ошондай мөһим төндө бушҡа уҙғармайыҡ, намаҙ уҡырға, Ҡөрьәнде өйрәнеүгә күберәк ваҡыт бүлергә, саҙаҡа таратырға тырышайыҡ. Изге кисте ғибәҙәткә бағышлаған әҙәм балаларына әжер-сауап мул яҙыласаҡ, иншаллаһ.

Иртәгәгә, 11 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас