Бөтә яңылыҡтар
Иман
12 Март , 16:35

Ураҙаның һуңғы көндәрендә әйтелә торған теләктәр

Доғала булайыҡ!

Ураҙаның һуңғы көндәрендә әйтелә торған теләктәр
Ураҙаның һуңғы көндәрендә әйтелә торған теләктәр

Рамаҙанда, бигерәк тә әле - изге айҙың аҙағында - доғаларҙы күберәк уҡыйыҡ. Мәғлүм ки, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм был осорҙа тулыһынса ғибәҙәттә булған. Һеҙҙең өсөн - көн дә әйтелә торған теләктәр.  

Әғүҙү билләһи-минәш-шәйтанир-ражим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Әл-хәмдү лил-ләәһи раббил-ғәәләмиин. Вәс-саләәтү вәс-сәләәмү ғәләә рәсүүлинә Мөхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәбиһи әжмәғиин.

Йә, Раббым!
Ауырыуға – шифа, мохтажға – хәйерле ризыҡ бир, аҙашҡанға тура юл күрһәт, бурыслыға ярҙам ит, бәләгә тарығанға унан сығыу юлын күрһәт!

Йә, Раббым!
Балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә, киләсәк быуындарға тәүфиҡ, ырыҫ-бәрәкәт бир. Ғилем алып, итәғәтле булып үҫергә, уларға беҙҙән яҡшыраҡ, иманлыраҡ булырға насип ит!

Йә, Раббым!

Ғаилә ҡормағандарға – яҡшы хәләл ефеттәр, балаһы булмағандарға изге балалар бир.

Эй, рәхимле, шәфҡәтле Раббым!
Ерҙәр ҙә, күктәр ҙә Һинең әмереңә буйһона. Барлыҡ һөйөнөстәр, хәсрәттәр Һинең ҡулыңда. Теләгән бәндәләреңә, теләгән ерҙәреңә бәрәкәт бирәһең, теләһәң, уны ала ла алаһың.

Йә, Раббым! Торған нигеҙҙәребеҙгә бәрәкәтеңде, рәхмәтеңде, нурыңды, һаҡлаусы фәрештәләреңде индер. Унда йәшәүселәрҙең тәненә сихәт, йәненә тыныслыҡ, йөрәктәренә нур бир, араларына мөхәббәт һал.

Йә, Раббым! Нигеҙҙәребеҙҙе, ғаиләләребеҙҙе күҙҙәребеҙ күргән һәм күрә алмаған барлыҡ насарлыҡтарҙан һаҡла. Ошо нигеҙҙә һөйөнөп, шатланып, мул ризыҡтар менән ризыҡланып, оҙон ғүмер кисерергә насип ит!

Раббәнәә әәтинә фиддүн-йәә хәсәнәтә үә фил әәхыйрати хәсәнәтә үә ҡыйнәә ғәзәәбәннәәр.

Амин!

Иртәгәгә, 13 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының ҡушымтаһынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас