“Күмәк кеше йыйылған дини мәжлестәрҙә – Ҡөрьән аштарында, ифтарҙарҙа һ.б. – ҡатын-ҡыҙҙың шәриғәт ҡағиҙәләренә ярашлы ҡапланырға тейешле тән өлөштәре күренһә, яулыҡ аҫтынан сәстәре сығып торһа, ҡылынған доғалар ҡабул ителмәй, тиҙәр. Был дөрөҫмө икән?”
Ошо һорауға диндарҙарҙың яуабын тәҡдим итәбеҙ.
“Мәжлестә Ҡөрьән уҡылғас, йәмәғәт менән бергә доға ҡылғас, доғалар ҡабул була. Ҡатын-ҡыҙҙың сәсе күренеп торамы-юҡы, ғәүрәте асыҡмы-юҡмы – мөһим түгел. Доғалар бар осраҡта ла Аллаһҡа еткерелә, – ти диндарҙарыбыҙ. – Әммә дини мәжлескә килгәс, һәр кем тейешле әҙәп ҡағиҙәләрен һаҡларға бурыслы. Ҡатын-ҡыҙҙың ғәүрәте – шәриғәт ҡанундарына ярашлы күренмәҫкә тейешле тән өлөштәренең ҡапланыуы шарт. “Әгәр ҡатын-ҡыҙ ғәүрәтен аса икән, был урындан фәрештә китә” тиелә бер хәҙистә.
Шулай ҙа тейешенсә ҡапланмаған ҡатын-ҡыҙға ҡаты бәрелергә ярамай. Ул бит вәғәзде тыңлай, ошо рәүешле динебеҙҙе өйрәнә. Барыһын да яйлап ҡына аңлатырға кәрәк. Һөҙөмтәлә тора-бара ул дини мәжлестәргә шәриғәтебеҙ ҡушҡанса йөрөй башлар, иншаллаһ.
Иртәгәгә, 14 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының ҡушымтаһынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan