Динебеҙҙә әйтелеүенсә, мосолмандың мал-мөлкәте, ризығы, кейеме хәләл булһа, үҙен эске яҡтан да, тыштан да пак тотһа, уның доғалары ҡабул була.
Шулай уҡ рәнйетелгән кеше Аллаһҡа мөрәжәғәт итһә, уның доғаһы ҡабул ителә. Тимәк, башҡаларҙы яңылыш ҡына ла кәмһетеүҙән, ҡыйырһытыуҙан һаҡланырға кәрәк. Кемгәлер зарар килтерәһең икән, ул үҙеңә күпкә артып ҡайтасаҡ.
Таң атҡанға тиклемге осорҙа уҡылған доғалар шунда уҡ Аллаһ Тәғәләгә еткерелә. Йома көнөнөң айырым бер сәғәтендә теләктәр ҡабул була. Биш тапҡыр уҡылған намаҙҙан һуң һоралғандар Раббыбыҙҙан яуап ала. Шулай уҡ саҙаҡа биргәс, ҡорбан салғас, башҡа изгелектәр эшләгәс, Ҡөрьән уҡығас та доғалар ҡабул була. Ямғыр, ҡар яуған ваҡытта Аллаһҡа мөрәжәғәттәр бойомға аша. Йәнә атай менән әсәйҙең балалары өсөн ҡылған доғалары ҡабул була.
Изге Рамаҙанда доғанан айырылмайыҡ.
Иртәгәгә, 15 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының ҡушымтаһынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan