Бөтә яңылыҡтар
Иман
15 Март , 16:05

Ҡулыңа ҡыҙыл еп бәйләһәң...

Ул ни өсөн кәрәк һәм динебеҙ нимә ти?

Ҡулыңа ҡыҙыл еп бәйләһәң...
Ҡулыңа ҡыҙыл еп бәйләһәң...

Һуңғы ваҡытта күптәрҙең ҡулында бәйләнгән ҡыҙыл еп күрергә була. Уны ни өсөн бәйләгәндәрен беләһегеҙме? Интернетта яҙылыуынса, баҡтиһәң, кире энергия кешеләргә тап ҡул аша үтеп инә икән.

Ә ҡыҙыл еп аша кешенең тәненә һәм йәненә кире энергия инә алмай. Ул үҙ хужаһының яҙмышына ыңғай йоғонто яһай, тигән ышаныу бар.

Шулай уҡ ҡыҙыл еп боронғо талисман тип иҫәпләнә, ул бәхет килтерә, хужаһына тыныслыҡ, көс, энергия бүләк итә һәм бәхетһеҙлектән һаҡлай. Өҫтәүенә, ҡыҙыл еп кейергә ҡарар иткән кеше түбән һәм әшәке эштәрҙән тыйылырға тейеш.

Тәү ҡарамаҡҡа, еп бәйләнең дә, проблемаларҙан ҡотолдоң. Ә динебеҙ быға нисек ҡарай? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Исламдың асылын аңламаған йәки уның нигеҙҙәрен насар белгән кешеләр араһында амулеттар (ептәр, бауҙар, таштар , ҡабырсаҡтар һ.б.) кеүек файҙаһыҙ әйберҙәр кейеүен күрергә мөмкин. Был әйберҙәр файҙаһыҙ, йәғни улар һеҙҙең ғүмерегеҙҙе оҙайтмаясаҡ, бәхет бирмәйәсәк, күҙҙән, сихырҙан һ.б. ҡотҡара алмаясаҡ. Бынан тыш, был талисмандар кешегә был донъяла ла, икенсе донъяла ла зыян килтерә.

Шайтандың тырышлығы менән күптәр ҙур ширҡ яһай һәм Аллаһ урынына ниндәйҙер төҫлө ептәргә, талисмандарға һәм башҡа көстәргә өмөтләнә. Бындай кешеләр мосолмандар араһында ла байтаҡ. Әгәр был ептәрҙе һәм талисмандарҙы яндырһаң, уларҙан көл генә ҡаласаҡ. Шулай итеп, әгәр улар үҙҙәрен дә ҡотҡара алмаһа, тере кешегә нисек ярҙам итерҙәр һәм уны төрлө бәләләрҙән һәм проблемаларҙан ҡотҡарырҙар?!! Бигерәк тә кемдеңдер теләктәрен нисек үтәр?

Был ептәрҙе һәм талисмандарҙы унитазға ырғытығыҙ. Әгәр был ептәр һәм талисмандар һеҙҙең күҙ алдында унан ҡоро булып сыҡһа, кейегеҙ...

Шулай итеп, амулет тағыр алдынан яҡшы итеп уйлағыҙ. Аллаһ һеҙгә аҡыл биргән, бына ошо аҡылды тамуҡ утына эләгер алдынан файҙаланығыҙ. Ырымдарға ышаныу – Иблистән.

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас