“Ифтарға һәр кемде – ураҙа тотҡанын да, тотмағанын да саҡыралар. Дини йоланан байрам эшләп алдылар, көн дә бер-береһенә йөрөшәләр. Дөрөҫ түгел бит был. Ураҙа тотмағандар ифтарға йөрөмәһен ине”, – тип мөрәжәғәт итте гәзит уҡыусыларыбыҙҙың береһе. Уға заманында Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин әйткән һүҙҙәр менән яуаплайбыҙ.
“Ислам юлына көсләп килтереү юҡ. Һәр кем үҙ ваҡытында дингә килә. Бының өсөн алдан оҙон юл үтә, күңеленә Аллаһ тәрбиәһе яйлап-яйлап инә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм сәхәбәләрен халыҡҡа Ислам нигеҙҙәрен өйрәтеү өсөн Йәмәнгә ебәргәндә был эште “Ләә иләәһә иллә Аллаһ” (Аллаһтан башҡа Илаһ юҡ) тиеүҙән башларға ҡушҡан. Ошонан һуң ғына артабанғы һабаҡтарға күсергә рөхсәт, тигән.
Тимәк, әҙәм балаһын тота килеп ҡапыл дингә килтереп булмай. Алдан ҙур әҙерлек барыуы зарур. Ҡөрьән дә бит шунда уҡ түгел, ә 23 йыл дауамында ингән. Динебеҙҙәге ошо һәм башҡа хикмәттәрҙән сығып һығымта яһағанда, Исламға килеү юлы бер көнлөк түгел, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Шуға ла хаҡ юлға яҡынларға теләгәндәрҙе төрлө һүҙҙәр менән ситкә этәрмәйек. Әлегә динһеҙ кеше мәсеткә килде икән, “Әл-хәмдү лил-ләһ!” тип ихлас күңелдән шатланайыҡ, ураҙа тотмағандарҙы ла дини мәжлестәргә, ифтарҙарға саҡырайыҡ. Күрһендәр, белһендәр, өйрәнһендәр. Әҙәм балаһы ситтә йөрөһә, диндең нимә икәнен ҡайҙан аңлаһын? Тәүҙә бәғзе ҡатын-ҡыҙ, әйтәйек, яулыҡһыҙ ҙа килеп инер. Уны бының өсөн әрләргә түгел, ә ябыныуҙың ни тиклем мөһим икәнен яйлап төшөндөрөү мөһим. “Бына ҡайһылай килешә һиңә!” – тип уға яулыҡ ябыу бигерәк тә һөҙөмтәле булыр. Элек өләсәйҙәребеҙ бер-береһен ҡунаҡҡа саҡырышып, яулыҡ ябындырышҡан – был йола бит юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән.
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, беҙ дин юлында беренсе класс уҡыусылары һымаҡ ҡына әле. Ҡөрьәндең тәүге “ҡ” хәрефен генә өйрәнәбеҙ кеүек. Шуға ла бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булайыҡ. Дини ғилемлеләр “Мин белемлерәк!” тип алға “йүгереп” китмәһен, ә артҡа әйләнеп ҡарап, өйрәтһен, белгәндәрен уртаҡлашһын.
“Бер аҙым алға баҫам да әйләнәм мин артыма,
“Ҡайҙа баҫҡандар икән?” – тип
Күҙ һаламын халҡыма”, – тигән шағир һүҙҙәрен онотмайыҡ”.
Иртәгәгә, 17 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының ҡушымтаһынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan