Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Март , 20:55

Фытыр саҙаҡаһын бирмәһәгеҙ...

Уны ҡасанға тиклем тапшырырға кәрәк? Саҙаҡаны алғас, ниндәй доға уҡыла?

Фытыр саҙаҡаһын бирмәһәгеҙ...
Фытыр саҙаҡаһын бирмәһәгеҙ...

Әҙәм балаһы фытыр саҙаҡаһы бирмәһә, уның ураҙаһы ҡабул ҡылынмай, Рамаҙан айында башҡарған изге ғәмәлдәре Аллаһ Тәғәләгә еткерелмәй, тиелә динебеҙҙә.

Билдәле булыуынса, фытыр саҙаҡаһы Ураҙа байрамындағы ғәйет намаҙы башланғанға тиклем бирелеп бөтөргә тейеш. Әгәр был ваҡыттан һуңлап тапшырылһа, ул ябай хәйер тип иҫәпләнәсәк.

Фытыр саҙаҡаһы – фарыз ғәмәл, уны һәр кем үтәргә тейеш. Балалар өсөн ата-әсәһе бирә. Саҙаҡа мохтаждарға, ярлыларға таратыла. “Фәҡирҙәрҙе һоранып йөрөүҙән ҡотҡарығыҙ”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

Фытыр саҙаҡаһын алғас уҡыла торған доға: “Аллаһүммә тәҡаббәл фитратәһү үәсийәмәһү үәстәжибү доғәһү үәғфир ҙүнүбәһү үә әҡҡид имәнәһү үә әҡсыйр әмүәләһ үә үәффиҡһү ғәлә хәйри мәҡәсыйдаһ”.

Мәғәнәһе: "Аллаһ Тәғәләм, фытыр саҙаҡаһы биргәндең ураҙаһын, доғаларын ҡабул ҡыл, гонаһтарын ғәфү ит. Иманына ҡеүәт өҫтә, малын арттыр, изге маҡсаттарына өлгәштер".

Иртәгәгә, 18 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас