Бөтә яңылыҡтар
Иман
20 Март , 17:50

“Әр-Рәхим” мәсетендә төҙөлөш дауам итә

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Әр-Рәхим” мәсетенең төҙөлөш майҙансығында булды.

“Әр-Рәхим” мәсетендә төҙөлөш дауам итә
“Әр-Рәхим” мәсетендә төҙөлөш дауам итә

Төбәк етәксеһе мәсет комплексын ҡараны һәм подряд ойошмаһы вәкилдәре менән эш планы тураһында фекер алышты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: мәсет 2006 йылда төҙөлә башлай. Уны төрлө ваҡытта төрлө инвесторҙар финанслай. 2016 йылда эштәр туҡтатылған. 2023 йылда Башҡортостан Башлығы йәмиғ мәсетен төҙөүҙе дауам итеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Ошонан һуң белгестәр объектҡа комплекслы тикшереү уҙғарҙы һәм торошон баһаланы. 2024 йылдың апрелендә төбәк етәксеһе мәсет төҙөлөшөнөң яңынан башланыуы тураһында хәбәр итте.

Өфөнөң Инвестиция-төҙөлөш комитеты генераль директоры Марат Вәсимов хәбәр итеүенсә, объектта манараларҙы мәрмәр менән ҡаплау һәм ямғыр һыуын ағыҙыу системаһын тергеҙеү эштәре тамамланған. Шулай уҡ мәсеттең төп көмбәҙенең конструкцияларын нығытҡандар.

Республика Башлығы бинаны архитектур яҡтыртыу һәм эске биҙәкләү варианттары менән танышты.

-Киләһе өс йылда тағы ла ҙурыраҡ эш күләме көтөлә. Төҙөүселәр мәсет фасадының эшен тамаларға һәм Ҡала көнөнә яҡтыртыуҙы монтажларға ниәтләй. Бында эшләгән һәр кемгә һәм шәхсән Марат Вәсфи улына ҙур рәхмәт. Хәҙер, иң мөһиме – туҡтамаҫҡа, алға барырғ,.- тине Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә.

Фото: Башинформ.

Автор:
Читайте нас