Бөтә яңылыҡтар
Иман
22 Март , 00:10

Оҫта ҡумыҙсы ла, хажиә лә, халыҡ дауалаусыһы ла

"Ҡот ҡойоуға һәләт тә әсәйемдән бирелгән, йәғни ул өйрәтеп ҡалдырған монаят. Ул гел генә әйтер ине: “Ағас һыуһыҙ йәшәй алмаған кеүек, кешенең эске халәте лә даими рәүештә туҡландырыуға мохтаж”.  Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүсегә бер ҡарауҙан уның эске торошон һиҙеп була. Ҡот ҡойоу ҙа, Ҡөрьән сүрәләре менән дауалау ҙа кешегә дәрт-дарман бүләк итә. Ҡайһы бер кеше мөрәжәғәт иткәндә, ҡорой башлаған ағас, һулыған гөл хәлендә була – бер нимәгә лә күңеле төшмәй, йәшәүгә дәрте булмай. Ҡот ҡойһаң, уның тормошҡа ҡарашы үҙгәрә, рухы нығына..." - ти Дилара Мөхөтдин ҡыҙы. 

Оҫта ҡумыҙсы ла, хажиә лә, халыҡ дауалаусыһы ла
Оҫта ҡумыҙсы ла, хажиә лә, халыҡ дауалаусыһы ла

Дилара Рафиҡова оҙаҡ йылдар дауамында Сибай ҡалаһының Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә эшләп килгән “Яугүл” халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле етәксеһе булды. Был коллективтың сығыштары ҡалала үткән төрлө сараларҙы йәмләй, Сибай ҡумыҙсылары республика, халыҡ-ара бәйгеләрҙә еңеүҙәр яулай. Дилара Мөхөтдин ҡыҙы йәш быуынға ла ҡумыҙ сиртеү серҙәрен ихлас өйрәтә. Уның фиҙакәр, намыҫлы хеҙмәте “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем, төрлө кимәлдәге маҡтау грамоталары менән билдәләнде. Халҡыбыҙҙың бөйөк шәхесе Ғабдулла Сәидиҙең бүләсәре булараҡ, Дилара Мөхөтдин ҡыҙы – иман юлын үҙ иткән хажиә, имселәр нәҫелен дауам иткән халыҡ дауалаусыһы ла.

– Дилара Мөхөтдин ҡыҙы, бала сағығыҙҙы иҫләһәгеҙ, иң беренсе нимәләр күҙ алдына баҫа?

– Олатайлы, өләсәйле, атай-әсәйле бәхетле бала саҡ кисерҙем. Әнүәр олатайыбыҙ тирә-яҡта билдәле дин әһеле, им-томға оҫта мулла булды. Йор һүҙле, сама менән шаян да ине. Күңелебеҙҙе күтәрә белде, тиҙәйткестәр әйттерә, шиғыр ятлата торғайны, бәләкәй саҡтан доғалар уҡырға өйрәтте.

Иркен урындыҡҡа ултырып, күмәкләшеп сәй эскән ваҡыттарҙы һағынам. Самауыр борҡоп ҡайнай, өләсәй сәй яһай, ә олатай ҡаты шәкәрҙе киҫәктәргә бүлеп, беҙгә өләшеп бирә. Сәй эскәндән һуң беҙ, балалар, Һаҡмар буйына һыу инергә йүгерәбеҙ. Бер ыңғай тас-тас итеп йыуылған керҙе сайҡатып алып ҡайтабыҙ. Атай менән әсәйгә, олатай менән өләсәйгә иркәләнеп үҫкән шул мәл иң бәхетле саҡ булған икән.

Шулай уҡ олатайымдың ат егеп, беҙҙе арбаһына ултыртып, урманға алып барған мәлдәре иҫтә ныҡ уйылып ҡалған. Ул төрлө шифалы үләндәр, улар менән дауалау алымдарын өйрәтте. Беҙҙе уратып алған тәбиғәт, донъя тураһында бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләр ине.

Сәйетғәле тигән олатайым Магнитогорск ҡалаһында йәшәне, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Бер мәл беҙгә килгәнендә мине “Москвич” машинаһына ултыртып ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Бәләкәй инем әле. Ике-өс көндән ауылымды, туғандарымды шул тиклем ныҡ һағындым һәм ҡасып ҡайтып киттем, әммә яңылыштан Архангел районына барып юлыҡтым. Баҡтиһәң, унда ла, Баймаҡтағы кеүек, Муллаҡай исемле ауыл бар икән. Бик мажаралы хәл булды ул. Был хаҡта яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова “Ҡайтыу” тигән хикәйә лә яҙҙы.

– Һеҙҙе мөслимә, хажиә булараҡ беләбеҙ. Нәҫелегеҙҙә көслө дин әһелдәре булған. Совет осоронда тәрбиә алғанһығыҙ, әммә ғаиләгеҙҙә дини тәрбиәгә урын булдымы? Ғөмүмән, атай-әсәйегеҙ һеҙҙе ниндәй ҡиммәттәргә таянып, нисек тәрбиәләне?

– Эйе, дини ғаиләлә үҫтем. Алдараҡ әйтеп үттем: Әнүәр олатайым Ҡөрьән сүрәләрен өйрәтте, әммә һәр ваҡыт: “Заманға эйәреп йәшәгеҙ, һөнәрле булығыҙ, һөнәрле кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай”, – тип әйтә торғайны. Олатай янына һәр ваҡыт төрлө яҡтарҙан кешеләр килде, дин әһелдәре лә йыйылыр ине. Данлыҡлы Мөжәүир, Шәһишәриф, Ғатаулла хәҙрәттәрҙең бергәләп Ҡөрьән уҡыуын, үҙ-ара матур итеп әңгәмәләшеп ултырыуын ситтән генә күҙәтә торғайныҡ. Уларҙың илай-илай намаҙ уҡыуы хәтерҙә ҡалған. Бер мәл олатайымдан: “Һеҙ ни эшләп намаҙ уҡығанда илайһығыҙ ул?”, – тип һораным. “Эй ҡыҙым, беҙ бит һеҙгә матур, яҡты киләсәк, динебеҙҙең халыҡҡа кире ҡайтыуын һорайбыҙ”, – тип яуаплағайны. Бәләкәй генә сағыбыҙҙа һәр беребеҙгә “Фәтиха” сүрәһен ятлатты. Уның “Фәтиха” сүрәһе – “Ҡөрьән”дең әсәһе, ә “Ихлас” сүрәһе – атаһы” тигән һүҙҙәре әле лә күңел түрендә һаҡлана. Әммә олатайыбыҙ ҙа, диндар өләсәйебеҙ һәм әсәйебеҙ ҙә бер ваҡытта ла намаҙ уҡырға, башыбыҙға яулыҡ ябынырға өгөтләмәне. “Диндә көсләү юҡ, кеше үҙенең күркәм холҡо менән үҙе артынан эйәртергә тейеш”, – тип әйтерҙәр ине.

Олатай менән өләсәй ҙә, атай менән әсәй ҙә беҙҙе бала саҡтан кеше алдында үҙеңде матур тоторға, ололарҙы хөрмәт итергә, киң күңелле, рәхмәтле булырға өйрәтте. Олатайым бал ҡорто тотто. Бал айыртҡас, банкаларға һалып, шуға-шуға бир тип, исемләп атап, беҙҙе күстәнәс балды таратырға сығарып ебәрер ине.

Атайым менән әсәйем дә эшһөйәр, ҡул эштәренә оҫта, бала йәнле кешеләр булды. Атайым балалар йортонда тәрбиәләнгән. Техниканы шул тиклем яҡшы белде, тракторҙың тауышынан ҡайһы ерендә етешһеҙлек бар икәнен әйтә торғайны. Әсәйебеҙ донъя көтөүгә маһир булды. Күҙе насар күреүгә ҡарамаҫтан, беҙгә матур итеп күлдәктәр, камзулдар тегеп кейҙерә ине. Талантлы ла булды: йырлай, бейей, мандолинала, ҡумыҙҙа, гармунда уйнай торғайны. Ошо һөнәрҙәрен, белгәндәрен беҙгә лә өйрәтте, “эштән кеше үлмәй” тип, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләне.

– Оҙаҡ йылдар мәҙәниәт тармағында методист булып эшләнегеҙ, “Яугүл” халыҡ ҡумыҙсылар ансамблен етәкләнегеҙ. Был ансамблдең уңыш-ҡаҙаныштары республикала ла ныҡ билдәле. Ә бына ҡумыҙға һөйөү ҡасан, нисек барлыҡҡа килде?

– “Яугүл” халыҡ ҡумыҙсылар ансамблен 19 йыл дауамында етәкләнем. Беҙ уны 2007 йылдың 24 февралендә ойошторҙоҡ. Шул йылда уҡ, Мәсетле районында үткән республика ҡумыҙсылар конкурсында ҡатнашып, беренсе урынға лайыҡ булдыҡ. Тиҙҙән төркөмөбөҙ республикала ғына түгел, илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә билдәлелек яуланы. Мәҫәлән, Тыва Республикаһында үткән мәртәбәле халыҡ-ара бәйгелә икенсе урынды яулап ҡайттыҡ. Ансамблдә бөтә күңелемде һалып эшләнем, ололарға ла, йәштәргә лә, балаларға ла ҡумыҙ серҙәрен өйрәттем. Балаларҙы туплап, “Төйәләҫ” тигән айырым ансамбль ойошторҙом. Сибай ҡалаһының бихисап мәктәптәрендә, уҡыу йорттарында оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙем. Уҡыусылар шул тиклем яратып тыңлай, ҡумыҙ уйнау серҙәре менән ҡыҙыҡһына. “Урал батыр” эпосын һөйләү буйынса конкурста ҡатнашҡан уҡыусылар, хатта балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәр ҙә мөрәжәғәт итә. Бер кемгә лә ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтеүҙән баш тартмайым, ихлас күңелдән шөғөлләнәм.

Ансамблгә студенттар ныҡ яратып йөрөнө. Бөгөн улар төрлө тарафтарҙа эшләй һәм йәшәй, араларында уҡытыусылар күп. “Һеҙгә ҙур рәхмәт! Ҡумыҙ уйнау эштә лә, тормошта ла ярҙам итә”, – тип сәләм ебәреүҙәре, рәхмәт әйтеүҙәре – эшмәкәрлегемә иң ҙур баһа.

Ә үҙемә килгәндә, ҡумыҙ сиртергә бәләкәй генә сағымда әсәйем өйрәтте. Был шөғөл тын юлын ғына түгел, кешенең эске донъяһын да таҙарта. Ҡумыҙҙың дауалау көсөнә эйә булыуына ныҡлы ышанам. Тотлоғоу, һаҡаулыҡ осраҡтарында ярҙам иткәнен үҙемә лә күрергә тура килде.

Күптән түгел тормошомда мөһим ҡарар ҡабул иттем: тулыһынса хаҡлы ялға сыҡтым. “Яугүл” халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле үҙ эшмәкәрлеген туҡтатмаҫ, киләсәктә лә гөрләп эшләр, байрамдарҙы, сараларҙы ҡумыҙ сыңы менән йәмләр, тағы ла ҙурыраҡ бәйгеләрҙә уңыштар яулар, тип ышанам.

– Ҡот ҡояһығыҙ, кешенең эске торошон һиҙәһегеҙ, был һәләт кемдән бирелгән?

– Был һәләт тә әсәйемдән бирелгән, йәғни ул өйрәтеп ҡалдырған монаят. Ул гел генә әйтер ине: “Ағас һыуһыҙ йәшәй алмаған кеүек, кешенең эске халәте лә даими рәүештә туҡландырыуға мохтаж. Ҡот ҡойғандан һуң йәшәүгә дәрт арта, тормош ҡотая”.  Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүсегә бер ҡарауҙан уның эске торошон һиҙеп була. Ҡот ҡойоу ҙа, Ҡөрьән сүрәләре менән дауалау ҙа кешегә дәрт-дарман бүләк итә. Ҡайһы бер кеше мөрәжәғәт иткәндә, ҡорой башлаған ағас, һулыған гөл хәлендә була – бер нимәгә лә күңеле төшмәй, йәшәүгә дәрте булмай. Ҡот ҡойһаң, уның тормошҡа ҡарашы үҙгәрә, рухы нығына. Ихлас күңелдән рәхмәт әйтеп: “Һеҙ миңә йәшәүгә дәрт өҫтәнегеҙ, көс-ҡеүәт бирҙегеҙ”, – тиҙәр. Ундай осраҡтарҙа: “Юҡ, һеҙгә Аллаһ Тәғәлә көс бирҙе, Ул юлығыҙҙы асты, ә мин бары тик сәбәпсе генә”, – тием.

Әйтеүемсә, был һәләтем әсәйемдән, Әнүәр олатайымдан бирелгән. Олатайға Башҡортостандан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән, хатта сит илдәрҙән дә килделәр. Уларҙың кешене нисек дауалағанын күреп, өйрәнеп үҫтем. Дауалау – ул ниндәйҙер аңлатып булмаҫлыҡ халәт. Ауырып килгән кешене күреү менән уны аяҡҡа баҫтырғы, элекке хәленә ҡайтарғы килә.

– Тормошта һеҙҙе кемдәр, ниндәй күренештәр бәхетле итә? Ғөмүмән, бәхет төшөнсәһен нисек аңлайһығыҙ?

– Йәшәү – үҙе бәхет, Хоҙай Тәғәләнән бирелгән ҙур бүләк ул. Уның асылын аңлап, ҡәҙерен белеп йәшәһәң, беҙ бәхетле булабыҙ. Ғаиләң, тупылдатып һөйөр балаларың, терәк-таяныс булыр туғандарың, ныҡлы һаулығың булыу ҙа бәхет. Үҙемә килгәндә, Аллаға шөкөр, таянысым, йыуанысым булған ҡыҙым Йәмиләм бар. Ул миңә кәңәшсе лә, серҙәш тә. Әлеге көндә Өфө ҡалаһында төпләнеп, үҙ эшен асты, боронғоса һылау алымдарын ҡулланып, массаж хеҙмәте күрһәтә.

Һәр кешенең матур сифаттарын күреп, матур мөғәмәләлә, илтифатлы, ихтирамлы булып йәшәйек, тормоштағы бәләкәй генә ҡыуаныстарҙы күрә беләйек. Яҙын яландағы гөлдәрҙең сәскә атыуын, ағастарҙың ыуыҙ ғына япраҡ ебәреүен, һыуҙың сылтырап ағыуын, ҡояштың балҡып тороуын, алһыуланып таң атыуын күреү ҙә бәхет. Бер-беребеҙгә матур һүҙле, изге теләкле, рәхмәтле булайыҡ. Тәүфиҡкә бәхет эйәрә, ти халыҡ әйтеме, шуға күрә әҙәплелеккә, иманға, ғилемгә ынтылайыҡ. Иғтибар иткәнегеҙ бармы, һиңә ихлас йылмайған кешене күреп, үҙең дә һиҙмәҫтән йылмаяһың, йәғни ул кешенең бәхетенән һинең дә күңелең нурлана. Шулай бер-беребеҙгә бәхет өләшеп, тормоштан ҡәнәғәт булып йәшәүгә бер ни ҙә етмәй, минеңсә.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әңгәмәләште.

Фотолар: ғаилә альбомынан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Оҫта ҡумыҙсы ла, хажиә лә, халыҡ дауалаусыһы ла
Оҫта ҡумыҙсы ла, хажиә лә, халыҡ дауалаусыһы ла
Оҫта ҡумыҙсы ла, хажиә лә, халыҡ дауалаусыһы ла
Оҫта ҡумыҙсы ла, хажиә лә, халыҡ дауалаусыһы ла
Оҫта ҡумыҙсы ла, хажиә лә, халыҡ дауалаусыһы ла
Оҫта ҡумыҙсы ла, хажиә лә, халыҡ дауалаусыһы ла
Оҫта ҡумыҙсы ла, хажиә лә, халыҡ дауалаусыһы ла
Оҫта ҡумыҙсы ла, хажиә лә, халыҡ дауалаусыһы ла
Оҫта ҡумыҙсы ла, хажиә лә, халыҡ дауалаусыһы ла
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас