“Ғаилә ҡороғоҙ, дин тәрбиәһендә күп бала үҫтерегеҙ. Ҡиәмәт көнөндә мин өммәтемдең ишлелеге менән ғорурланырмын”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ошо аманатҡа тоғролоҡто күреп һөйөнәбеҙ: халҡыбыҙ йылдан-йыл күберәк дин юлына килә, иманлы балалар үҫтерә, йәмғиәткә күркәм өлгө күрһәтергә ынтыла. Шул арҡала, әл-хәмдү лил-ләһ, быйылғы Рамаҙан айын да, Аллаһ ҡушҡандарҙы үтәп, бергәләп уҙғарҙыҡ һәм Ураҙа байрамын күңел бөтөнлөгө, ҡәнәғәтлек менән ҡаршы алдыҡ.
Берҙәмбеҙ, көслөбөҙ
– Оло ғәйетте ғаиләң, балаларың, мосолман ҡәрҙәштәрең менән бергә ҡаршы алыу – Аллаһ биргән бәрәкәт ул, – ти Өфө ҡалаһы Октябрь районының Нуғай ауылындағы мәсете имам-хатибы Ришат хәҙрәт Мөхәмәтуллин. – Яҡшы һүҙҙәр менән бер-беребеҙҙең күңелен үҫтереп, ышаныс күрһәтеп, сабырлыҡҡа әйҙәп, ҡулға-ҡул тотоношоп Рамаҙан айы һынауҙарын үттек. Ифтарҙарға, тәрәүих намаҙҙарына йыйылып дини белемебеҙҙе арттырҙыҡ, белмәгәндәрҙе өйрәндек, кәңәшләштек, киләсәккә изге ниәттәр ҡорҙоҡ. Пәйғәмбәребеҙ өмөт иткәнсә, ҙур ғаилә кеүек тупландыҡ. Иншаллаһ, ошо берҙәмлегебеҙ артабан тағы ла көсәйһен, Рамаҙан мәктәбе тормошобоҙҙо яҡтыраҡ, нурлыраҡ итһен, донъяға тыныслыҡ килһен ине.
Белеүебеҙсә, хәҙер республикабыҙҙа мәсетһеҙ ауылдар юҡ тиерлек. Изге Рамаҙан айы дауамында уларҙың күбеһендә күмәк халыҡ ҡатнашлығында ифтарҙар ойошторолдо, тәрәүих намаҙҙары уҙғарылды. Нуғай мәсетендә иһә бындай саралар 2004 йылдан бирле даими үткәрелеп килә.
– Быға ҡәҙәр ауыҙ асыу мәжлестәрен ғибәҙәтхана эсендә, йәй осоронда тышта уҙғара инек, – ти Ришат хәҙрәт. – Былтыр иһә биләмәлә айырым ифтархана астыҡ. Бина ҙур – 150 кеше һыймалы. Эстә заманса шарттар булдырылған, йылы иҙән йәйелгән. Барлыҡ эштәрҙе халыҡ менән бергәләп башҡарҙыҡ: берәүҙәр матди ярҙам күрһәтһә, икенселәр ҡул көсө аша булышлыҡ ҡылды, байтаҡ кеше төҙөлөш материалдарын бушлай алып килде. Ай дауамында ифтарҙарға ла күмәкләп әҙерләнәбеҙ. Төп эште – аш, былау бешереүҙе ҡәйнәм оло ихласлыҡ менән башҡара. Изге эшкә өлөш индергән һәр кемгә Аллаһ сауаптарын бирһен!
“Балалар өсөн иң ҙур өлгө – атайҙары”
Ришат Мөхәмәтуллин – Балаҡатай районының Айғыръял ауылынан. Мәктәптән һуң Һамар өлкәһендәге мәҙрәсәлә, унан Өфөлә урынлашҡан М. Солтанова исемендәге Ислам колледжында белем алған. Бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын ситтән тороп тамамлаған. 2004 йылда, Ислам колледжынан һуң, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин уны Нуғайға имам-хатип итеп тәғәйенләгән.
Хәҙер инде Ришат хәҙрәт хәләл ефете Элина Шамил ҡыҙы менән дүрт бала үҫтерә. Шамонин ауылында йәшәйҙәр. Өлкән улдары Нурислам Өфө фән һәм технологиялар университетында 3-сө курста уҡый, шунда уҡ эшләп тә йөрөй. Ҡыҙҙары Камилла – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының 11-се, улдары Ильяс Шамонин ауылы мәктәбенең 3-сө класс уҡыусылары. Кинйәләре Имран бәләкәй әле.
– “Мосолман ҡатыны булыу ауырҙыр ул?” – тип һорап ҡуя ҡайһы берҙәр. Юҡ, киреһенсә, еңел. Үҙемде ныҡлы ҡалҡан артында кеүек тойоп, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеп кенә йәшәйем, – ти Элина Шамил ҡыҙы. – Беҙ өйләнешкәндә ирем мәҙрәсә шәкерте ине. Һин дә дин юлында булырға тейешһең, тип бер ҡасан да ҡаты талап ҡуйманы. Яйлап, күңелем менән өлгөрөп етеп килдем хаҡ юлға. Балаларыбыҙ ҙа 12-13 йәштән үҙҙәре теләп ураҙа тота башланы. Хәҙер Ильяс та беҙгә ҡушылырға ниәтләй – ярты көн йә унан да күберәк ваҡыт асығып йөрөп ала, өйрәнә. Балалар өсөн иң ҙур өлгө – атайҙары. “Динлелек – бәрәкәт, бәхет, именлек нигеҙе”, – тип күркәм өгөт-нәсихәт менән тәрбиәләй ул ҡыҙ һәм улдарыбыҙҙы. Шуға ла, әл-хәмдү лил-ләһ, балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн тынысмын.
Ҡалҡыу урында нур бөркөп...
Юғары мөфтөй тарафынан имам-хатип итеп тәғәйенләнгәс, Ришат хәҙрәт ауылда тәүҙә мәхәллә ойоштороп ебәрә.
– Ул ваҡытта Нуғай бәләкәй, 16-17 генә мосолман ғаиләһе бар ине, – тип хәтерләй ул осорҙо имам-хатип. – Мәсет юҡ. Мәхәллә ойошторғас, бер-беребеҙҙең йорттарына сиратлап йөрөп йома намаҙҙары үткәрә башланыҡ. Аҙна һайын тиерлек сафыбыҙ киңәйә бара, кешеләр ҡыҙыҡһына, өйрәнә... 2005 йылда иһә ауылдың Гәрәбә урамында ике вагондан мәсет төҙөп ҡуйҙыҡ. 62 квадрат метрлыҡ ҡына булһа ла, ғәйәт ҙур, киң кеүек тойолдо ғибәҙәтханабыҙ, күңелдәргә дәрт, алға ынтылыш өҫтәне. 2012 йылға ҡәҙәр барлыҡ дини саралар, ғәйет байрамдары, йәмәғәт намаҙҙары шул мәсетебеҙҙә үтте. Эргә-тирәләге ауылдар халҡы ла беҙгә ихлас ҡушылды, гүйә, бер ғаиләгә әйләндек.
2007 йылда әлеге мәсет ерен алыуға өлгәштек. Нуғай менән Зинин ҡушылған урын. “Алыҫ бит, унда ҡәҙәр барып етеп булмаҫ ул. Ерҙе бигерәк ситтән алғанһығыҙ”, – тип ризаһыҙлыҡ белдергәндәр булды нуғайҙар араһында. Әммә хәҙер, күрәһегеҙ, был урын үҙәккә әйләнде лә ҡуйҙы. Нуғай, Зилин, Жилин ауылдары ай үҫәһен көн үҫә тиерлек, эргәлә юлдар төҙөлә, заманса күпер һалынды. Мәсетебеҙ ошо гөрләп торған тормош уртаһында хәҙер. Ҡалҡыу урында әллә ҡайҙан күренеп, йәшәйешебеҙгә яҡтылыҡ, нур бөркөп ултыра, әл-хәмдү лил-ләһ.
2013 йылдың 11 июнендә астыҡ яңы мәсетте. Тиҫтә йылдан ашыу ваҡытта бихисап эштәр атҡарылды, яҡшы башланғыстарға нигеҙ һалынды. Ҡатын-ҡыҙҙар, балалар өсөн айырым уҡыуҙар уңышлы дауам итә. Әйткәндәй, йәш быуын динебеҙ нигеҙҙәрен айырыуса ихласлыҡ менән өйрәнә. Әле дәрестәргә 40-лап бала йөрөй. Уларға аҙаҡ сәй эсерәбеҙ, төрлө уйындар, конкурстар ойошторабыҙ. Араларында хатта Ҡөрьән хафиздар – изге китапта яҙылғандарҙы тулыһынса ятлап алғандар ҙа бар, әл-хәмдү лил-ләһ.
Ғөмүмән, уңайлы шарттар ғына булдыр – йәш быуын өйрәнергә, үҫешергә әҙер генә тора. Ҡуҙғатып ебәрергә генә кәрәк. Йәштәр менән эшләү өсөн заманса алымдар кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ата-әсәнең балалары алдында тейешле бурыстарын үтәүе мөһим. Бына әле беҙгә көн дә “күҙ тейҙе шикелле”, “илай ҙа илай” тип сабыйҙарҙы алып киләләр. Уларҙы ҡулға алып, доғалар уҡыһаң, бәпәйҙәр тынысланып, йоҡлап китә. Ҡөрьән үҙе шифа бит инде. Ата-әсә ошо хаҡта белеп, балаларын дингә ынтылдырып үҫтерһә ине. Был Аллаһ алдындағы оло бурыстарҙың береһен үтәү ул.
Мәҙәни үҙәк, парк, ял итеү урыны буласаҡ
Нуғай мәсетенең имам-хатибы былтыр Болғар ислам академияһына уҡырға ингән.
– Унда беҙҙе төрлө сәйәхәттәргә лә алып йөрөйҙәр. Татарстанда динде үҫтереү буйынса эш өлгөләре күп. Уларҙы беҙҙә лә тормошҡа ашырырға мөмкин бит, тип дәртләнеп ҡайтам гел, – ти Ришат Мөхәмәтуллин. – Мәҫәлән, Татарстандың бәләкәй генә ҡалаһына алып барғайнылар. Ундағы дини-мәҙәни үҙәктә төрлө саралар үткәрәләр, хәҙрәттәр киноға төшә, спектаклдәрҙә ҡатнаша. Ошо рәүешле халыҡҡа динебеҙҙе төрлө яҡлап күрһәтәләр, ыңғай ҡараш тәрбиәләйҙәр. Мәсеттәрендә хеҙмәт дәресе алып барыла: малайҙар станоктарҙа эшләргә, бырау, ҡасау, балта, сүкеш һ.б. тоторға өйрәнә. Бына шундай эшмәкәрлекте беҙҙә лә йәйелдерергә уйлап, Нуғайҙың Гәрәбә урамындағы иҫке мәсет биләмәһендә мәҙәни үҙәк булдырырға ҡарар иттек. Проекты бар. Әйткәндәй, иҫке мәсеттә әле робот техникаһы буйынса дәрестәр ҙә алып барыла.
Яңы иман йортоноң биләмәһендә былтыр парк төҙөлә башланы. Икенсе этабында, иншаллаһ, күл ярын заманса төҙөкләндереп, халыҡҡа ял итеү урыны яһау ҡаралған. Был эш баш ҡаланың Октябрь районындағы “Өфө муйынсағы” проектының дауамы буласаҡ.
Биләмәлә, күреүегеҙсә, “Зәм-зәм” тип аталған кафе эшләй. Уны мәсет эшләй башлаған ваҡыттарҙа уҡ газ, электр уты өсөн түләргә, халыҡты йәлеп итеү өсөн төрлө саралар ойошторорға аҡса табыу мохтажлығынан сығып астыҡ. Икенсенән, беҙҙе аятҡа кафеға саҡыралар, ә унда ризыҡ хәләл түгел. Шундай осраҡтарҙан һуң “үҙебеҙҙең ашау урыны булырға тейеш” тигән ҡарарға килдек. Һөҙөмтәлә “Зәм-зәм” хәҙер инде оҙаҡ йылдар барлыҡ сығымдарыбыҙҙы ҡаплап килә, өҫтәүенә ризыҡ та хәләл.
Былтыр ифтархана эшләй башланы, тигәйнек. Унда хәләл банкеттар ҙа үткәрергә мөмкин. Төрлө программаларҙа ҡатнашып, мәсетебеҙҙе артабан да үҫтерергә, спорт саралары ойоштороуға ҙур иғтибар бүлергә ниәтләйбеҙ.
* * *
Ғаиләләр тарҡала, балалар етем ҡала, бәғзеләр яңылыш юлдан китә... Был кире күренештәрҙең барыһы ла – динһеҙлектән, ти Ришат хәҙрәт Мөхәмәтуллин.
– Мәсеткә күптәр ниндәйҙер проблема сәбәпле килә. Һораша башлаһаң, шуға йәнә бер ҡат инанаһың: күп ауырлыҡтар Аллаһ ҡушҡандарҙы үтәмәүҙән килеп сыға, – ти имам-хатип. – Тормошта ырыҫ-бәрәкәт, балалар бәхете, ғаилә именлеге – һәммәһе лә динлелектән, Аллаһ алдындағы бурыстарҙы үтәүҙән. Шул уҡ ваҡытта доғанан айырылмайыҡ. Балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәребеҙ иманлы булһын тип һорайыҡ. Үҙебеҙ ҙә бит ата-бабаларыбыҙҙың заманында ҡылған доғалары ярҙамында бөгөн, әл-хәмдү лил-ләһ, дин юлындабыҙ. Быуындар сылбырын дауам итеп, беҙ ҙә балаларыбыҙ, тыуыр нәҫелдәребеҙ өсөн эшләйек, улар иманлы булһын тип доғалар ҡылайыҡ.
Фотоларҙа: 1. Балаларына дини тәрбиә биргән Мөхәмәтуллиндар. 2. Нуғай мәсете – Өфө янындағы халыҡты туплаған урын.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.