Йә, Аллаһ!
Һинең гүзәл исемдәрең менән һорайым: балаларымды рәхимең менән солғап ал! Уларға хәйерле ғүмер, яҡты яҙмыш насип ит!
Йә Аллаһ, уларҙың иманын нығыт! Көсһөҙҙәренә көс, ауырыуҙарына шифа бир! Тәндәрен нығыт, күреү-ишетеү һәләттәрен һаҡла, етешһеҙлектәрен төҙәт, иң яҡшы кешеләр итеп үҫтер.
Йә Аллаһым, үҙеңдең мәрхәмәтең менән балаларымды сир-сырхауҙан, ауыр хаталарҙан, гонаһтарҙан һаҡла. Тормош юлында аҙашып, яман ғәҙәттәргә төшмәһендәр.
Йә Аллаһ, балаларыбыҙ атай-әсәйҙәрен яратып, хөрмәт менән тыңлап торһон. Беҙгә ҡарата ҡаты бәғерле, аяуһыҙ булмаһындар.
Йә Раббым, балаларыбыҙҙы иманлы, тәртипле, бәхетле итеп үҫтерергә беҙгә аҡыл һәм сабырлыҡ бир. Бәхет башы — тәүфиҡ. Иң тәүҙә тәүфиҡле ит!
Йә Аллаһым, үҙ ҡөҙрәтең менән балаларымды яуыз кешеләрҙән, яман күҙҙәрҙән, ялған һүҙҙәрҙән һаҡла. Юлдарында изге кешеләр генә осраһын, хаслыҡ-яманлыҡтар ҡағылмаһын.
Йә Раббым, балаларымды кеше рәнйетеүҙән, яуызлыҡ ҡылыуҙан тый. Үҙҙәрен дә хаҡһыҙ рәнйетмәһендәр. Көнсөл-хөсөт кешеләрҙең насар ниәте теймәһен. Үҙеңдең рәхимең менән һаҡлап йөрөт.
Йә Аллаһ, балаларыбыҙҙы дүрт тарафтан фәрештәләрең һаҡлап торһон. Бәлә-ҡаза, ут-һыу хәүефтәре, һәләкәттәр янамаһын.
Йә Аллаһым, балаларыбыҙ беҙҙең йөҙ аҡлығыбыҙ, күңел шатлығыбыҙ булһын.
Йә Раббым, уларҙың йөрәктәрен Һине яратыусы, Һиңә һыйыныусы, ҡушҡандарыңды үтәүсе, тыйғандарыңдан тыйылыусы итеп нығыт.
Йә Аллаһ, балаларыбыҙҙың кешеләр араһындағы дәрәжәһен күтәр. Уларға бәхет, тәүфиҡ, ырыҫлы оҙон ғүмер, иман байлығы бир. Үҙҙәрен тәъмин итерлек, башҡаларға ярҙам итерлек мал насип ит. Кеше күҙенә ҡарап тилмереүҙән һаҡла.
Йә Раббым, балаларымa сәләмәт аҡыл, мәрхәмәтле йөрәк, шәфҡәт, бәрәкәт, белемдәрен файҙаланырлыҡ һәләт һәм тырышлыҡ бир.
Йә Аллаһ, уларҙы түбәнселеккә төшөүҙән, хурлыҡҡа ҡалыуҙан һаҡла. Уларҙың шатлығы беҙгә лә етһен, бөтә яҡындарын һөйөндөрһөн.
Йә Аллаһым, балаларымa зирәк зиһен, күркәм холоҡ, камил аҡыл, йомшаҡ күңел бир. Матур фиғел, яҡты йөҙ менән үҙ бәхеттәрен үҙҙәре ҡороп йәшәһендәр.
Ҡыҙҙарыбыҙға — ир бәхете, әсә булыу шатлығы, ғаилә йылыһы; улдарыбыҙға — абруйлы атай, ышаныслы йәр булыу насип ит. Ил-йортҡа терәк, һәр кемгә үрнәк булһындар.
Йә Аллаһым, бөтөн изге теләктәрем тормошҡа ашып, ошо теләгәндәремде күреп ултырырға яҙһын. Әәмиин.
Был доғаны һаҡлап ҡуйып, йыш уҡыйыҡ.
Теләк-доғалар ҡабул булһын, балалар имен-һау булһындар.
Сығанаҡ: "Иманлы булайыҡ" төркөмө.
Фото: нейроселтәр ярҙамында булдырылды.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!