Иман
27 Марта , 19:55

МОСОЛМАНДАР ЙЫШ ҠУЛЛАНА ТОРҒАН ҺҮҘҘӘР

Мәҫәлән, Мәә шәә Аллаһ - Аллаһ шулай теләгән, тигәнде аңлата. Башҡа һүҙҙәрҙең мәғәнәһе түбәндә. Үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ! 

МОСОЛМАНДАР ЙЫШ ҠУЛЛАНА ТОРҒАН ҺҮҘҘӘРМОСОЛМАНДАР ЙЫШ ҠУЛЛАНА ТОРҒАН ҺҮҘҘӘР
МОСОЛМАНДАР ЙЫШ ҠУЛЛАНА ТОРҒАН ҺҮҘҘӘР

*Әғүҙү биЛләһи минәш-шәйтани-р-раджиим* - Шайтандың яуызлығынан Аллаһҡа һыйынам. (Шайтан тураһында һүҙ сыҡҡанда, ҡыҫҡартып "Әғүҙү билләһ" тип тә әйтергә мөмкин)

*Бисмилләһи-рРахмәни-рРахиим* – Рәхимле, Мәрхәмәтле Аллаһ исеме менән (башлайым)

*СүбхәнәЛлаһ* - Аллаһ барлыҡ кәмселектәрҙән пак

*әлхәмдүлиЛләһ* - барлыҡ маҡтауҙар Аллаһҡа (йәки *Аллаһҡа шөкөр*)

*ләә иләәһә иллә-Ллаһ* - Аллаһтан башҡа (табыныуға лайыҡлы) һис бер илаһ юҡ

*Аллаһү әкбәр* - Аллаһ бөйөк!

*Мәә шәә Аллаһ* - Аллаһ шулай теләгән (Аллаһ шулай яратҡан)

*Ин шәә Аллаһ* - Аллаһ ҡушһа, Аллаһ теләһә (Ул нисек теләй - шулай була)

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас