Бөтә яңылыҡтар
Иман
5 Апрель , 14:10

Мосолмандарға пасха куличы һәм йомортҡа ашарға яраймы?

Рус күршеләр йыл һайын кулич менән һыйлай...

Мосолмандарға пасха куличы һәм йомортҡа ашарға яраймы?
Мосолмандарға пасха куличы һәм йомортҡа ашарға яраймы?

Оҙаҡламай христиан динендәге кешеләр матур байрамдарын – Пасханы билдәләй. Был көндә улар махсус әҙерләнгән кулич ашай һәм йомортҡа буяй. Мосолмандарҙа һорау тыуа: ә беҙгә был ризыҡтарҙы ашарға яраймы?

Мосолмандар, рөхсәт ителгән ингредиенттарҙан әҙерләнһә һәм хәләл принцибына тап килһә, пасха куличтарын ашай ала. Был хаҡта “Аргументы и факты” баҫмаһына ислам белгесе, шәрҡиәтсе Азат Ахунов һөйләгән.

“Дөйөм алғанда, ислам хәләл/рөхсәт ителгән принцибына тап килгән аҙыҡты-түлекте, ниндәй генә сығышлы булмаһын, ашауҙы тыймай”, - тип аңлатҡан ул.

Эксперт әйтеүенсә, әгәр кулич традицион рецепт буйынса эшләнһә, ул “мосолмандарға ашарға яраҡлы”. Шул уҡ ваҡытта куличты изгеләндереү йәки дини символиканың, был осраҡта христиан символикаһының булыуы мөһим түгел, сөнки “был куличтың составын боҙмай”.

Әгәр христиан динле кеше мосолманды кулич менән һыйлаһа, һый-ниғмәтте тәмләп ҡарарға мөмкин.

“Шуның менән бергә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең мосолмандарға кейемдә, ашауҙа һәм башҡаларҙа христиандарға һәм йәһүдтәргә оҡшарға ярамай тигән хәҙисе бар. Әммә һүҙ даими эш итеү тураһында бара, ә был осраҡта беҙ бер тапҡыр ғына булған хәл тураһында һөйләйбеҙ”, - тип өҫтәгән Азат Ахунов.

Ғөмүмән, Башҡортостанда бер нисә дин кешеләре татыу йәшәй һәм байрамдар ҙа уртаҡҡа әйләнеп бөтөп бара. Шуға күрә уларҙың куличтарын йәки йомортҡаларын ашап ҡарау һис тә гонаһ булып ҡабул ителмәй.

Фото: "Шедеврум" нейроселтәре ярҙамында булдырылды. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас