

Һуңғы ваҡытта Аллаһ исеме яҙылған сынаяҡтар, тәрилкәләр, ғөмүмән, һауыт-һаба йыйылмаһы күбәйҙе. Уларҙы хәҙер бүләккә биреләр, хәйер итеп тә тараталар. Ә үҙҙәрен ҡулланырға яраймы икән?
Ҡөрьән аяттары йәки ислам дине доғалары яҙылған һауыт-һабаны ҡулланыуҙы туранан-тура тыйыу юҡ. Ә дөйөм ҡағиҙә нигеҙендә тыйылмаған нәмәләрҙең барыһы ла рөхсәт ителә. Тимәк, көндәлек тормошта бындай һауыт-һабаны ҡулланыу рөхсәт ителә.
Нисек кенә булмаһын, ошондай һауыт-һабаны ҡулланғанда, унда Аллаһ һүҙҙәре яҙылыуын аңларға кәрәк. Шуға күрә хөрмәт менән ҡарау мөһим. Ул ҡайҙалыр тәгәрәп ятырға, уны тыйылған аҙыҡ өсөн файҙаланырға йәки бәҙрәфтә ҡалдырырға ярамай. Быларҙың барыһы ла Аллаһ Тәғәлә һүҙҙәренә ҡарата үҙ-үҙеңде тейешенсә тотмау тип баһаланасаҡ. Әгәр ундай һауыт-һаба ватылһа, уны күмергә кәрәк тип аңлата Islam Today сайты.
Мосолмандарға ҡулланырға ярамаған һауыт-һабаға килгәндә, ул – алтын һәм көмөштән эшләнгән һауыттар. Был тыйыу ир-аттарға ла, ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҡағыла.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!