

Әруахтарҙы (үлгәндәрҙе) иҫкә алғанда, "Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахим" тип әйтеп, Ҡөрьәндән аят-сүрәләр ("Фатиха", "Аятел-Көрси", "Йәсин", "Мөлөк", "Ихлас") уҡып бағышларға кәрәк.
Доғаларҙы уҡып бөтөргәндән һуң бағышлау түбәндәгесә башҡарыла.
«Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахим. Эй, Раббым! Бер Үҙеңдең ризалығың өсөн уҡылған ошо Ҡөръән аяттарын, уҡыуҙағы хата-кәмселектәребеҙҙе ғәфү итеп, Үҙеңдең киң рәхмәтең менән ҡабул ит! Хасил булған әжер - сауаптарын бөтә ғәләмгә рәхмәт өсөн ебәрелгән бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең һәм уның ғаилә әһелдәренең рух шәрифтәренә ирештерһәң ине.
Атабыҙ Әҙәм менән әсәбеҙ Һауаның рух шәрифтәренә ирештерһәң ине. Шулай уҡ, атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләмдән алып, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә тиклем ер йөҙөнә килеп киткән бөтә бәйғәмбәрҙәребеҙҙең, остаздарыбыҙҙың, мөъмин-мөъминә булып үткән бөтә ата-әсә, инә-бабаларыбыҙҙың рух шәрифтәренә ирештерһәң ине.
Ҡәҙерле кешеләремдең (атаһының исеме менән мәрхүм булған кешенең исемен атап) рух шәрифтәренә ирештерһәң ине.
Өҫтәребеҙҙә хаҡтары булған әруахтарҙың рух шәрифтәренә ирештерһәң ине. Раббым, уларҙың рухтарын шатландырып, гонаһ-хаталарын ярлыҡаһаң ине. Амин.
Артабан үҙегеҙ һәм яҡындарығыҙ өсөн теләктәрегеҙҙе әйтеп, "Амин, Аллаһу Әкбәр" тип тамамлап ҡуйырға мөмкин.
Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан алынды.
Сығанаҡ: "Доғалар" төркөмө.
Фото: Люция Дистанова ("Буздякские новости" гәзите).
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!