

Ҡаты күҙле кешеләр була. Көнсөллөктән дә күҙ тейә. Артыҡ һоҡланып ҡарау ҙа зыян итеүе бар. Күҙ тейҙереүе еңел, ә бына дауаһы ниндәй?
Әгәр ҙә кешегә күҙ тейһә, уны дауалауы ауыр түгел. Мөхәммәт пәйғәмбәр был хаҡта: «Әгәр ҙә берегеҙгә күҙ тейһә, күҙ тейҙереүсенән ғөсөл, тәһәрәт алыуын талап итеп, үҙе шул һыу менән ҡойонһон», – тигән.
Өмәмә бин Сәхелдең атаһы менән дә шундай хәл була. Уның атаһы әл-Хурар бер урында һыу инә. Әмир исемле сәхәбә уға ҡарап һоҡланып: «Һинең тәнең шундай аҡ, йомшаҡ, нәҡ йәш ҡыҙҙарҙыҡы кеүек, минең ундай тәнде күргәнем юҡ», – ти. Шунан һуң атаһының хәле насарая.
Уны Мөхәммәт пәйғәмбәргә килтерәләр. Ул: «Берәйһенән шикләнәһеңме?» – тип һорай. «Эйе, Әмирҙән», – ти ул. Пәйғәмбәр Әмирҙе саҡырып: «Ни өсөн һин уға бәрәкәт һорап доға ҡылманың? Аяҡтарыңды йыу», – ти. Әмир йыуынғас, әл-Хурар шул һыу менән ҡойона һәм сәләмәтләнә. Әгәр ҙә күҙ тейҙереүсе ҡойонорға теләмәһә, уның шәхси берәй нәмәһен – баш кейемен йәки һөлгөһөн алырға, еүешләргә, шуның менән күҙ тейгән кешене ышҡырға кәрәк. Алла теләһә, ярҙам бирер. Күҙ тейеүҙән «Фатиха», «Аятел-Көрси», «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләре уҡылыр.
Пәйғәмбәребеҙҙең сәхәбәһе Хафиз ибн Хәжәр ҙә: «Бар ауырыуҙарҙы доға ярҙамында дауалау һәм Аллаһ Тәғәләнән яҡлау эҙләү, ауырыуҙарҙы дарыуҙар ярҙамында дауалауға ҡарағанда күпкә файҙалыраҡ», - тигән.
Күҙ тейеүҙе нисек белергә һуң? Бында бер төрлө генә яуап юҡтыр. Төрлөсә булырға мөмкин. Күкрәк ҡыҫыла, тамаҡ төбөнә төйөр ултыра, тын ҡыҫылыуҙан һулыш насарлана, башы әйләнә, ауырта, ҡолағына тауыштар ишетелә. Кеше насар йоҡлай башлай, һаташа, быҫлыға. Унан ауыртыуҙар башҡа ағзаларға күсә. Депрессия, агрессия хасил була, кешенең холҡо үҙгәрә. Дауалау һөҙөмтә бирмәй. Йәш бала иһә бер туҡтауһыҙ илай, тынысһыҙлана, тотлоға, унда ниндәйҙер ҡурҡыу хасил була.
Минең үҙемдең бәләкәй улыма күҙ тейеү былай булды. Яңы йыл байрамына ҡәйнәмдәргә барҙыҡ. Шул арала туғандары - ағай менән еңгәй ҡунаҡҡа саҡырҙы. Бер йәшлек улыбыҙ унда һут ҡына эсеп, печенье ғына ашаны. Әммә өйгә ҡайтҡас, таңға ҡарай сәсрәп ауырып китте. Иланы, эсе китте. Иртән аптекаға сығып, эс китеүгә ҡаршы дарыуҙар алдыҡ. Тик баланың хәле тамсы ла яҡшырманы.
Ирем: "Ҡуй, ҡарап тороп баланы һәләк итмәйек, әйҙә Өфөгә ҡайтайыҡ, табиптарға күрһәтәйек", - тине. Тиҙ генә йыйынып, юлға сыҡтыҡ. Юл минең тыуған ауылым аша үтә ине. Барып еткәс: "Биш минутҡа ғына инеп, күрешеп сығайыҡ", - тинем. Баланы күтәреп индереп, иҙән уртаһына баҫтырғас, өй эсендә бер ят ҡатындың беҙгә ҡарап торғанын күрҙек. "Һа-а-ай, был баланы күҙ тейҙереп алып килә ятаһығыҙ ҙаһа", - тине ул.
Беҙ әле бер нимә лә аңламай инек. Сисенеп, хәлебеҙҙе һөйләгәс, әсәйемдең Белорет районынан килгән был әхирәте Флорида улыбыҙға тап күҙ тейгәнен ҡабатланы. "Ҡунаҡҡа барғанһығыҙ. Унда ҡыҫҡа ҡара сәсле ҡатындың күҙе ҡаты булған, балаға шуның күҙе тейгән", - тине. Табында, ул һүрәтләгәнсә, еңгәйҙең бер туған апайы ла булғайны шул...
Флорида улыбыҙҙы өшкөрҙө. Бер аҙҙан бала күҙ алдында теремекләнеп, һауығып китте. Беҙ Өфөгә китмәнек, Яңы йыл байрамдары тамамланғансы ауылда ҡалдыҡ. Әлдә Хоҙай юлыбыҙҙы тыуған өйөмә борған тием хәҙер. Улыбыҙҙы Өфө табиптары ла эс китеүҙән дауалар ине бит инде. Һәм бының нимә менән бөтөрө билдәһеҙ...
Автор фотоһы.