

Белорет районының Исҡушта ауылы халҡы күмәкләп өмә уҙғарған. Алһыу Заманова аҡса йыйыуҙы ойоштора, ауылдаштарын туплай.
Был бәләкәй ауылда зыярат ҡот осҡос хәлдә була: кәртәһе емерелеп тора, унда һыйыр малы инә, ҡәберлектәрҙе тапай, тәләфләй. Быға ҡарап, кешеләрҙең йәндәре әрней.
Бына хәҙер исҡушталар яңы бағаналар ултыртып, тулыһынса ҡойманы алмаштыра. Хәҙер әруахтар тыныс ятыр.
Алһыу Заманова йылына ике тапҡыр өмәләр ойоштора. Быныһы 2 майҙа үтһә, сираттағыһы көҙгөһөн буласаҡ.
Афарин, ишҡушталар! Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Кемдәндер көтөп-көтөп тә ярҙам булмаһа, халыҡ үҙе берләшеп тә эште башҡара алыуын иҫбатланығыҙ.
Фотолар һәм видео Алһыу Заманованан.