Иман
21 Май , 13:45

Дилара апай ҡот ҡоя

Ҡайһы бер кеше мөрәжәғәт иткәндә, ҡорой башлаған ағас, һулыған гөл хәлендә була – бер нимәгә лә күңеле төшмәй, йәшәүгә дәрте булмай. Ҡот ҡойһаң, уның тормошҡа ҡарашы үҙгәрә, рухы нығына. Ихлас күңелдән рәхмәт әйтеп: “Һеҙ миңә йәшәүгә дәрт өҫтәнегеҙ, көс-ҡеүәт бирҙегеҙ”, – тиҙәр. Ундай осраҡтарҙа: “Юҡ, һеҙгә Аллаһ Тәғәлә көс бирҙе, Ул юлығыҙҙы асты, ә мин бары сәбәпсе генә”, – тим... 

Дилара апай ҡот ҡояДилара апай ҡот ҡоя
Дилара апай ҡот ҡоя

Дилара Рафиҡова оҙаҡ йылдар дауамында Сибай ҡалаһының Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә эшләп килгән “Яугүл” халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле етәксеһе булды. Был коллективтың сығыштары ҡалала үткән төрлө сараларҙы йәмләй, Сибай ҡумыҙсылары республика, халыҡ-ара бәйгеләрҙә еңеүҙәр яулай. Дилара Мөхөтдин ҡыҙы йәш быуынға ла ҡумыҙ сиртеү серҙәрен ихлас өйрәтә. Уның фиҙакәр, намыҫлы хеҙмәте “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем, төрлө кимәлдәге маҡтау грамоталары менән билдәләнде. Халҡыбыҙҙың бөйөк шәхесе Ғабдулла Сәидиҙең бүләсәре булараҡ, Дилара Мөхөтдин ҡыҙы – иман юлын үҙ иткән хажиә, имселәр нәҫелен дауам иткән халыҡ дауалаусыһы ла.

“Дилара Мөхөтдин ҡыҙы, һеҙ ҡот ҡояһығыҙ, кешенең эске торошон һиҙәһегеҙ, был һәләт кемдән бирелгән?” – тип ҡыҙыҡһындыҡ унан.  

– Был һәләт әсәйемдән бирелгән, йәғни ул өйрәтеп ҡалдырған монаят. Ул гел генә әйтер ине: “Ағас һыуһыҙ йәшәй алмаған кеүек, кешенең эске халәте лә даими рәүештә туҡландырыуға мохтаж. Ҡот ҡойғандан һуң, йәшәүгә дәрт арта, тормош ҡотая”.  Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүсегә бер ҡарауҙан уның эске торошон һиҙеп була. Ҡот ҡойоу ҙа, Ҡөрьән сүрәләре менән дауалау ҙа кешегә дәрт-дарман бүләк итә. Ҡайһы бер кеше мөрәжәғәт иткәндә, ҡорой башлаған ағас, һулыған гөл хәлендә була – бер нимәгә лә күңеле төшмәй, йәшәүгә дәрте булмай. Ҡот ҡойһаң, уның тормошҡа ҡарашы үҙгәрә, рухы нығына. Ихлас күңелдән рәхмәт әйтеп: “Һеҙ миңә йәшәүгә дәрт өҫтәнегеҙ, көс-ҡеүәт бирҙегеҙ”, – тиҙәр. Ундай осраҡтарҙа: “Юҡ, һеҙгә Аллаһ Тәғәлә көс бирҙе, Ул юлығыҙҙы асты, ә мин бары сәбәпсе генә”, – тим.

Әйтеүемсә, был һәләтем әсәйемдән, Әнүәр олатайымдан бирелгән. Олатайға Башҡортостандан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән, хатта сит илдәрҙән дә килделәр. Уларҙың кешене нисек дауалағанын күреп, өйрәнеп үҫтем. Дауалау – ул ниндәйҙер аңлатып булмаҫлыҡ халәт. Ауырып килгән кешене күреү менән уны аяҡҡа баҫтырғы, элекке хәленә ҡайтарғы килә.

Фото: Дилара Рафиҡованың шәхси альбомынан.

Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас