

Тиҙҙән, 27 майҙа, мосолман өммәте өсөн иң оло байрамдарҙың береһе – Ҡорбан ғәйете. Ул, иншаллаһ, өс көн дауам итәсәк. Барыһында ла ҡорбан салырға мөмкин.
Оло ғәйет нисек барлыҡҡа килгән, нисек үткәрелә, ҡорбанлыҡты нисек һайларға һәм башҡалар хаҡында иҫкә төшөрөп үтәйек.
Тарихҡа бағып
“Ҡорбан” һүҙенең мәғәнәһе – Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенән алыҫ тормау, уға өлгәшергә ынтылыу. Мәғлүм ки, ҡорбан салыу ғәмәлен иң беренсе Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең улдары Ҡабил менән Һабил атҡара. Тәүгеһе эште бар күңелен биреп, тырышып башҡара. Шуға ла уның ҡорбаны ҡабул була. Ихласлыҡ һалмаған Һабилдыҡы иһә киреһенсә килеп сыға.
Ҡорбан салыу Ибраһим ғәләйһис-сәләм йәшәгән осорға ла килеп тоташа. “Әгәр ҙә Аллаһ Тәғәлә миңә малай бүләк итһә, был баламды ҡорбан итеп салырмын”, – тип нәҙер әйтә пәйғәмбәр. Йылдар үткәс, улы Исмәғил донъяға килә. Ир бала атаһы менән бергә йөрөрлөк йәшкә еткәс, Аллаһ Тәғәлә Ибраһим ғәләйһис-сәләмдең төшөнә инеп, өс мәртәбә нәҙерен иҫенә төшөрә. Пәйғәмбәр улын ҡорбан итеп салыу өсөн әле халыҡ хаж ҡылған Минаға алып бара. “Эй, улым, – ти. – Мин Аллаһ Тәғәләнең бойороғон үтәйем, һине ҡорбан итеп салырға тейешмен”. Исмәғил атаһына ҡаршы килмәй. “Аллаһтың бойороғон үтә”, – ти. Ләкин уны ҡорбан итеп салам тигәндә, бысаҡ үтмәй ҙә ҡуя. Шул саҡ Аллаһ Тәғәлә күктән ҡуй тәкәһен ебәрә. Ошо мал ҡорбан итеп салына. Әл-хәмдү лил-ләһ, был ғибәҙәт дауам итә.
Хаж ҡылыу мәле лә
Хаҡ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә инаныуҙы, йомартлыҡты сағылдырған ҡорбан салыу ғәмәлен башҡарған кеше Аллаһ алдында ҙур сауапҡа өлгәшә. Был эштең, шул уңайҙан Ҡөрьән уҡытыуҙың ғаилә өсөн бәрәкәте иҫәпһеҙ-хисапһыҙ: йортобоҙ, күңелебеҙ нурға күмелә, балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ дингә яҡынлай, доға мәрхүмдәрҙең рухын яҡтырта. Изге ғәйет көндәрендә мосолмандар мәжлестәр уҙғара, бүләктәр бирешә. Туғандар, яҡындар менән күрешеү ҙә – оло бәрәкәт.
Әлеге зөлхизә айы – хаж ҡылыу мәле лә. Был ғәмәл, билдәле булыуынса, Исламдың бишенсе терәге. Аллаһ Тәғәлә уны үтәргә бойорған икән, тимәк, нигеҙендә бөйөк хикмәт ята. Изге сәфәр әҙәм балаһын һәр яҡлап тәрбиәләй. Раббыбыҙҙың рәхмәтенә өмөт итеп, хаж ғибәҙәтен үтәгән кеше, гүйә, яңы тыуған шикелле гонаһтан паклана, уның күңеле, рухы яҡтыра. Элек был ғәмәлде атҡарып ҡайтҡандарҙың күбеһе халыҡтың яҡын кәңәшсеһенә, фекер биреүсеһенә, рухи етәксеһенә әйләнгән, ғилем бирә башлаған, иман йорттары төҙөгән. Хәҙерге хажиҙарыбыҙ ҙа ата-бабабыҙҙың изге юлын дауам итеп, халҡыбыҙ, милләтебеҙ, телебеҙ мәнфәғәтендә хеҙмәт күрһәтһен, иншаллаһ.
Ҡорбан төрҙәре
Важиб. Ул ғәйет мәлендә салына. Ғәмәлде байрамдың өс көнөндә лә атҡарырға мөмкин.
Нәҙер. “Ошо эште йырып сыҡһам, ҡорбан саласаҡмын” тип әйткәндәрҙе йыш ишетергә мөмкин. Аллаһ Тәғәлә алдында һүҙ биргәс, вәғәҙә үтәлергә тейеш. Был “нәҙер ҡорбаны” тип атала. Уны салдырған кешегә итте ашарға ярамай.
Шөкөр. Аллаһ Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә рәхмәт белдереү ниәте менән салына.
Ниндәй малды һайларға?
Ҡорбанлыҡҡа бәйле айырым ҡағиҙәләр бар. Мәҫәлән, кәзә малы бер йәшлек булырға тейеш. Әгәр һимеҙ икән, алты айлыҡ һарыҡты салырға рөхсәт ителә. Шулай ҙа уның да бер йәшлек булыуы хәйерлерәк. Һыйыр малының иһә өс-биш йәшлеге һайланырға тейеш.
Тағы ла шуныһы бар: кәзә-һарыҡ бер кеше өсөн салынһа, һыйыр — етәүгә.
Һуйыу, өләшеү ҡағиҙәләре
Мал уртаса һимеҙлектә, етешһеҙлектәрҙән азат, ағзалары теүәл булырға тейеш. Ғәмәл алдынан доға ҡылына, ҡуйҙы аҙапламаҫ өсөн бысаҡ яҡшы итеп үткерләнә. Мал салынғас, ите һәйбәт итеп һуйыла. Тиреһен хәйер итеп бирергә кәрәк.
Ә инде ит өс өлөшкә бүленеп, тәүгеһе — үҙең һәм ғаиләң өсөн, икенсеһе туғандар, ҡәрҙәштәр менән ризыҡланыуға ҡалдырыла, өсөнсөһө ҡорбан сала алмағандарға, өлкән йәштәгеләргә, мохтаждарға таратыла. Шул саҡта ҡылынған ғәмәл хәйерле була.
Ҡорбанлыҡ иттең ҡайһы ере эләкһә лә, бер генә ҡабымы насип булған хәлдә лә, шөкөр итергә тейешбеҙ. Юғиһә, үкенескә күрә, ҡайһы саҡта "миңә иттән өлөш аҙ эләкте" тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән һәр ниғмәтте риза булып алыу зарур. Борон ҡорбанлыҡтың бөтә өлөштәре лә эшкәртелгән. Бөгөн иһә ҡайһы саҡта әрәм-шәрәм итеү осраҡтары бар: мәҫәлән, малдың башын, тиреһен, эс-ҡарынын ташлайҙар. Исраф ҡылыуға юл ҡуйырға ярамай. Булғанды әрәм итеү — гонаһ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan