Иман
25 Мая , 09:40

Ҡорбан ғәйетенә нисек әҙерләнеп барырға?

Мәсеткә бер юлдан барып, икенсе яҡтан ҡайтырға кәрәк, тиҙәр. Ни өсөн?

Ҡорбан ғәйетенә нисек әҙерләнеп барырға?Ҡорбан ғәйетенә нисек әҙерләнеп барырға?
Ҡорбан ғәйетенә нисек әҙерләнеп барырға?

Ғәйеттә ҡатнашыуға бәйле ҡайһы бер шарттарҙы һәм хупланған ғәмәлдәрҙе иҫкә төшөрөп үтәйек.

Байрам намаҙын уҡыу урынына (мәсеткә) иртәрәк ҡуҙғалырға тырышығыҙ. Өйҙән сығыр алдынан ғөсөл ҡойоноп, матур кейенеп, хушбуй менән һөртөнөү – сөннәт. Пәйғәмбәребеҙҙең йомалар һәм ике ғәйет өсөн айырым кейеме булған.

Өйҙән сыҡҡандан алып имам хөтбә һөйләй башлағансы Аллаһ Тәғәләгә тәкбир әйтеү йолаһы ла бар. Ул ошолай яңғырай: “Аллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Лә иләһә иллә Аллаһ! Үәллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Үә лилләһил хәмд!” Шулай уҡ мосолмандар был көндө бер-береһен ҡотларға тейеш.

Мәсеткә бер юл менән барып, икенсеһе буйлап ҡайтыу ҙа – сөннәт. Беренсенән, был байрамды киң ҡоласлы итеп күрһәтә, тәкбирҙәрҙе һәм зикерҙәрҙе төрлө урында ишеттерә. Икенсенән, хәҙис буйынса фекерләһәк, Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең Аллаһ ҡушҡанса йәшәүебеҙгә, ураҙа тотоп, ғәйеттәргә йөрөүебеҙгә күберәк урындар шаһитлыҡ ҡыласаҡ.

Байрамға ҡатындарҙы, балаларҙы ла алып барыу мөһим. Өммәттең нигеҙе – ғаиләләрҙә. Байрам мәлендә атай-әсәйҙәребеҙҙе, ҡатындарыбыҙҙы, балаларыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы һәм башҡа яҡын кешеләребеҙҙе нисек тә булһа шатландырырға тейешбеҙ. Мәҫәлән, махсус бүләктәр алып ҡуйып була. “Бүләктәр бирешегеҙ һәм бер-берегеҙҙе яратырһығыҙ”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ (әл-Бохари йыйынтығынан). Әлбиттә, ул әйберҙәрҙең ҡиммәтле булыуы мотлаҡ түгел. Иң мөһиме – Аллаһ ризалығы өсөн яҡындарыңдың күңелен күтәреү.

Етеп килгән Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын, салынған ҡорбандарыбыҙ, изге ғәмәлдәребеҙ, ғибәҙәттәребеҙ, доғаларыбыҙ ҡабул ҡылынһын, иншаллаһ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас