Иман
3 Июнь , 14:30

Барыһы ла – ихласлыҡтан

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисында Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур Бирғәлин менән Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, журналист Морат хәҙрәт Лоҡманов әңгәмә ойошторҙо.

Барыһы ла – ихласлыҡтанБарыһы ла – ихласлыҡтан
Барыһы ла – ихласлыҡтан

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисында Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур Бирғәлин менән Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, журналист Морат хәҙрәт Лоҡманов әңгәмә ойошторҙо. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, йәмәғәтселәр, журналистар ҡатнашты.

"Мөфтөй менән бер сәғәт" тип аталған үҙенсәлекле сара барышында дин әһелдәре Диниә назараты эшмәкәрлеге; күптән түгел уҙған Ҡорбан ғәйете; махсус хәрби операцияға ярҙам; Салауат Юлаев проспектындағы "Әр-Рәхим" мәсете төҙөлөшө һәм башҡа көнүҙәк темалар хаҡында һөйләште.

Морат хәҙрәт Лоҡманов билдәләүенсә, бер сәғәткә планлаштырылған сара ике сәғәттән ашыу барҙы, осрашыуҙа ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бихисап һорауҙарын бирҙе.

 – Был – ихласлыҡтан. Һөйләшеү йәнле, ихлас килеп сыҡты. Айнур мөфтөйҙөң ниәттәре лә шулай ине. Әлегә тиклем уның менән йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, журналистар улай иркенләп һөйләшкәне булманы. Билдәләнгән төп темаларҙан тыш, мөфтиәттең эшмәкәрлеге, дин әһелдәренең хеҙмәте тураһында әйтеп үттек, хәләл стандарты, мәҙрәсәләрҙең эшмәкәрлеге тураһында ла һорау бирҙеләр. Был башланғыс емешле булыр һәм артабан да ошо тәжрибәне дауам итербеҙ, тип ышанам, сөнки бөгөн дингә, уның тәғлимәттәренә, уларҙың көндәлек тормоштағы ҡулланышына ҡыҙыҡһыныу ҙур, - тип билдәләне Морат хәҙрәт.

Осрашыуҙа "Әр-Рәхим" мәсете төҙөлөшөнә ҡағылышлы мәғлүмәттәр ҙә яңғыраны. Мөфтөй был мәсьәләнең эсендә ҡайнаған һәм төҙөлөштөң нескәлектәрен белгән кеше булараҡ, уның ни сәбәпле оҙаҡ йылдарға һуҙылғанын аңлатты һәм эштең күләмен күрер өсөн журналистарға иман йорто биләмәһенә барып ҡайтырға тәҡдим итте.

Хөрәфәттәргә ышаныу, дини ағымдар һәм уларҙың йәмғиәткә йоғонтоһо кеүек сетерекле мәсьәләләргә лә туҡталдылар. Йәнле һөйләшеү шуны тағы бер тапҡыр иҫбатланы: дин һәм йәмғиәт тығыҙ бәйләнгән. Улар бер-береһенә йоғонто яһай һәм йәмғиәттә үҙ-үҙеңде тотоуҙың ҡиммәттәрен һәм нормаларын формалаштыра. Хәҙерге заманда, бигерәк тә социаль үҙгәрештәр һәм билдәһеҙлек шарттарында, дин күп кешеләр өсөн терәк булып та хеҙмәт итә. Икенсе яҡтан, йәмғиәт дингә лә йоғонто яһай, уны хәҙерге шарттарға яраҡлаштыра. Мәҫәлән, дини ойошмалар мәғариф, социаль ғәҙеллек һәм мәҙәни-ара диалог мәсьәләләренә ҡараштарын үҙгәртә, ваҡыт саҡырыуҙарына яуап бирә. Дин һәм йәмғиәттең үҙ-ара бәйләнеше йәштәрҙе тәрбиәләү контексында айырыуса мөһим. Бынан тыш, дин мохтаждарға һәм халыҡтың көсһөҙ төркөмдәренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән социаль проекттар һәм башланғыстар ойоштороуҙа ла мөһим роль уйнай. Был йәмғиәттә социаль бәйләнештәрҙе һәм теләктәшлекте нығытыуға булышлыҡ итә.

Сара тураһында тулыраҡ гәзит биттәрендә яҡтыртасаҡбыҙ. 

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Барыһы ла – ихласлыҡтан
Барыһы ла – ихласлыҡтан
Барыһы ла – ихласлыҡтан
Барыһы ла – ихласлыҡтан
Барыһы ла – ихласлыҡтан
Барыһы ла – ихласлыҡтан
Барыһы ла – ихласлыҡтан
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас