

Әл-Фатиха — Ҡөрьәндең тәүге һәм иң мөһим сүрәләренең береһе. Уны һәр мосолман белергә һәм дөрөҫ уҡырға тырыша. Әйҙәгеҙ, бергәләп ятлайыҡ.
Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражииим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим.
Әлхәмдү лилләәһи Раббил ғәәләмиин. Әррахмәәнир-рахиим. Мәәлики йәүмиддиин. Иййәкә нәғбүдү үә иййәкә нәстәғиин. Иһдинәс сыйраатал мүстәҡиим. Сыйраатал ләҙиинә әнғәмтә ғәләйһим ғайриль мәғдууби ғәләйһим үәләәддааааллиииин.
Иғтибар итегеҙ:
«Ражиим» һүҙендәге ж өнө ғәрәпсә дж-ға яҡын итеп уҡыла: раджим.
«Үәләәддааааллиииин» һүҙендәге д өнө тел осон тештәр араһына яҡын ҡуйылып, ҙ менән д араһындағы өндө хәтерләтә: үәләәҙҙааааллиииин.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡырға, аңларға һәм уның менән йәшәргә насип итһен. Әмин.
Сығанаҡ: "Иман нуры" төркөмө.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.