Иман
19 Июнь , 18:35

Айырылышыу – дошманлашыу түгел

Күп ғаиләләр айырылышҡандан һуң бер-береһенә дошманға әйләнә. Был – бик ҙур хәрәм. Ҡайһы бер ҡатындар балаларын атаһына күрһәтмәҫкә тырышып, ләззәт таба. Динебеҙ нимә ти? 

Айырылышыу – дошманлашыу түгелАйырылышыу – дошманлашыу түгел
Айырылышыу – дошманлашыу түгел

Күп ғаиләләр айырылышҡандан һуң бер-береһенә дошманға әйләнә. Был – бик ҙур хәрәм. Ҡайһы бер ҡатындар балаларын атаһына күрһәтмәҫкә тырышып, ләззәт таба. Бындай кеше менән айырылышыу күп тапҡыр хәйерлерәк икәнен иҫбатлай.

Ләкин шәриғәтебеҙҙә айырылышыу ул – бер-береңде ғәфү итеп, киләсәктә яңы бәхетле ғаилә төҙөп китеү ниәте менән башҡарыла.

Аллаһы Тәғәлә: «Мөьмин мосолман кеше өҫтөндә айырған ҡатынына тейешле бүләкләр биреү», – тине («Бәҡара» сүрәһе, 241-се аят.)

Был мәһәрҙән һәм ҡатынына элек алған кейем-һалым, бүләктәрҙән тыш, фәҡәт айырылышҡас, бер-береһенә яҡшы хистәрҙә ҡалһындар өсөн, Раббыбыҙ бөтә мосолман ир-егеткә лә ҡулынан килгәнсә айырған ҡатынына бүләктәр биреп, хәйерле ниәттәр менән ебәрергә ҡуша.

Сөнки күп ваҡыт уларҙың бәйләнештәре бөтмәй. Тәүбә итешеп, бер-береһенең хаталарын аңлап, яңынан ҡауышыуы мөмкин, уларҙың уртаҡ балалары ла ҡала. Балаларға тәрбиә биреү икеһенең дә өҫтөндә, улар барыбер ғәзиз атай-әсәй.

Тормошобоҙҙа күпме Раббыбыҙҙың хөкөмөнә буйһонһаҡ, үҙебеҙҙең боҙоҡ уйҙарыбыҙҙы тыйһаҡ, шул ҡәҙәрле үҙебеҙ ҙә, ғаиләләребеҙ ҙә бәхетле булыр.

Фото һәм сығанаҡ: "Иманлы булайыҡ!" төркөмө. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас