Иман
19 Июнь , 20:00

Ҡөрьән ашындағы һәр ризыҡты тәмләп ҡарау мотлаҡмы?

Ҡайсаҡ Ҡөрьән (аят) ашына йыйылғанда кешене көсләп-көсләп төрлө ризыҡ ашарға мәжбүр итә башлайҙар. Имеш тә, һин һәр нәмәне ауыҙ итергә тейешһең. Һары май аша, ашамаһаң – ҡашыңа булһа ла һыла, юғиһә, май һиңә рәнйей, тигәнгә ышанырғамы? 

Ҡөрьән ашындағы һәр ризыҡты тәмләп ҡарау мотлаҡмы?Ҡөрьән ашындағы һәр ризыҡты тәмләп ҡарау мотлаҡмы?
Ҡөрьән ашындағы һәр ризыҡты тәмләп ҡарау мотлаҡмы?

Ҡөрьән аштарын үткәреүгә бәйле күп кенә һорауҙарға Азат Көмөшбаев бик төплө һәм аҡыллы аңлатмалар бирә.

Ҡайсаҡ Ҡөрьән ашына йыйылғанда кешене көсләп-көсләп төрлө ризыҡ ашарға мәжбүр итә башлайҙар. Имеш тә, һин һәр нәмәне ауыҙ итергә тейешһең. Һары май аша, ашамаһаң – ҡашыңа булһа ла һыла, юғиһә, май һиңә рәнйей, тигән һымағыраҡ хәбәр ишетерергә ла тура килә. Мосолман кешеһе ундай хөрәфәттәргә ышанырға, кемделер көсләп ашатырға, үҙе лә аңламаған нәмәләр менән башҡаларҙы ҡурҡытырға тейеш түгел.

Һәр кемдең организмы төрлө, бер кеше фәлән нәмәне яратып ашай, икенсегә ул нәмә бармай, хатта әфпе (аллергия) булыуы ихтимал, шуға күрә ауырып китеүе лә мөмкин. Беҙҙең яҡтарҙа, мәҫәлән, һоғондороу йолаһы һаҡланған. Бының насарлығы юҡ, әлбиттә. Һоғондороу аша саҡырылыусыларға ҡарата ҡунаҡсыллығыбыҙҙы, уны хөрмәт итеүебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Ләкин сама тигәнде оноторға ярамай. Юғиһә, һоғондорам ғына, күп һалмайым, тиҙәр ҙә, туйған кеше һауытына тағы ла туп-тулы аш һалып, көләкөлә ашап бөтөрөргә мәжбүр итәләр. Был инде мәҙәниәтһеҙлек тип атала. Һоғондороу бер аш ҡалағынан да арттырылмайынса эшләнһә, бынан бер кемгә лә зыян булмаҫ. Әгәр ҡунаҡ бер ҡалаҡтан да баш тартһа, уны көсләп ашатыу кәрәкмәҫ.

Әлфиә Минғәлиева фотоһы. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас