

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм: «Кем дә булһа, "Ләә-хәүлә үә ләә ҡүүәтә иллә-билләһ» зекерен уҡыһа, бөтөн ҡайғы-хәсрәттәре китер", - тигән.
Был зекерҙең мәғәнәһе:
"Көс һәм ҡеүәт бары тик Аллаһ Тәғәләнән".
Уны берәү көнөнә 100 тапҡыр ҡабатлап әйтһә, ул кешегә фәҡирлек килмәҫ.
Әбү Һөрәйрә риүәйәт иткән хәҙис-шәрифендә һөйөклө пәйғәмбәребеҙ с.ғ:
"Ләә-хәүлә үә ләә ҡүүәтә иллә-билләһ» доғаһы туҡһан туғыҙ сирҙән дауалыр. Ул сирҙәрҙең иң кескенәһе — ҡальб һыҡтауылыр", - ти.
Был доғаны уҡыған кешелә һис бер һыҡтау, хәсрәт, һыҙланыу ҡалмаҫ.
Пәйғәмбәребеҙҙең иң мөбәрәк доғаһына иғтибар итһәк, "99 сиргә дауалыр, был сирҙәрҙең иң кескенәһе күңел һыҡтауы, күкрәү ҡыҫыуы, ҡайғы үә һыҙланыуҙар", — ти.
"Ләә-хәүлә үә ләә ҡеүәтә иллә-билләһ" доғаһын уҡыған кешенең хәсрәт үә һыҙланыуҙары үҙҙәренән-үҙҙәре һүнер, таралыр. Йәнә хәҙрәте Ғәли (р.г.) әфәндебеҙҙең риүәйәт иткән бер хәҙис-шәрифе.
Пәйғәмбәребеҙ с ғ:
"Кемдер берәр нәмәнән ҡайғырып өҙгәләнһә, "Ләә-хәүлә үә ләә ҡеүәтә иллә-билләһ" доғаһын уҡыһын". Тимәк, был доға ҡайғы-хәсрәттәребеҙҙең китеүе өсөн берҙән-бер дауа", - тигән.
Ә бына Табарани риүәйәт иткән бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ былай тигән: "Аллаһ Тәғәләнең үҙенә биргән ниғмәтенең үҙендә дауамлы булып ҡалыуын теләгән кеше күп-күп итеп: "Ләә-хәүлә үә ләә ҡүүәтә иллә-билләһ" доғаһын уҡыһын.
Фото һәм сығанаҡ: "Иманлы булайыҡ!" төркөмө.