

Бер уҡымышлы, күпте күргəн кешенəн:
“Һин нисек шул ҡәҙəр тыныс, сабыр була алаһың?”- тип һорағандар.
Ул яуабында:
– Бик күп уҡып, тормош тəжрибəм менəн һынағандан һуң тормошомдо ошо биш нигеҙ бағана өҫтөнə ултырттым:
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
Әлхәмдү лилләәһи раббил-ғәәләмииин.
Үәс-саләәтү үәс-сәләәмү ғәләә расүүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлиһи үәә әсхабиһи әжемәғыйн."
Эй, Раббым Аллаһ!
Беҙгә байлыҡ бирһәң, шуның менән бергә һөйөнөсөн дә бир. Сөнки байлыҡ булып, һөйөнөс булмаһа, уның ҡәҙере юҡ.
Беҙгә хәйерле бәрәкәт ишектәрен ас!
Көс бирһәң, аҡыл һәм хикмәт тә бир. Сөнки көс булып, аҡыл-хикмәт булмаһа, ул хәсрәттән башҡа бер нәмә бирмәҫ!
Дәрәжә бирһәң, түбәнселек тә бир. Сөнки түбәнселекһеҙ дәрәжә үкенескә алып килә.
Матурлыҡ бирһәң, оят та бир. Сөнки оятһыҙ матурлыҡ хурлыҡҡа алып килә.
Һынау һәм ауырлыҡ бирһәң, сабырлыҡ та бир. Сөнки сабырлыҡһыҙ һынауҙарҙы үтеп булмай.
Иман бирһәң, ныҡлыҡ та бир. Сөнки ныҡ булмаған иман донъяла һәм ахирәттә ҡотҡармай.
Йә, Раббым! Тәүфиғымды киңерәк ас, күңелемә рәхмәт орлоғоңдо сәс. Күңел көҙгөһөн сафландырып тор. Бөтә мөшкөл эшемде тиҙ хәл ҡылып тор.
Яғымлы ҡыл телемде. Мине ишеткән һәр ҡолаҡ шатлыҡта булһын. Һүҙҙәремдең мәғәнәһен юғары ҡыл: ауырлыҡтан ҡотолдорһон ошо тел.
Миңә йомарт бул, әй Аллаһ!
Уят мине ғафиллек йоҡоһонан.
Бәхетле ит йәшәүемде үземдең.
Арттыр хәйерле ғилемде, еңеләйт ғилем алыуымды.
Һин биргән ниғмәттәргә ғилемем сәбәпле шөкөр итә белһәм ине.
Уҡыуым һәм ғилем алыуым сәбәбенән тышым һәм эсем нурланһын. Бер ни ҡәҙәр булһа ла наҙанлығым кәмеһен. Белгәндәремде башҡаларға өйрәтеп, Ислам шәриғәтенә хеҙмәт итеү насип булһын.
Аллаһы Тәғәлә риза булған иғтиҡад һәм ғәмәлдәр менән донъянан үтеп, Расүл Әкрам шәфәғәтенә лайыҡ булһам ине!
Әәмиин.
Йә, Раббил ғәләмиин!
Сығанаҡ: "Иманлы булайыҡ" төркөмө.