Иман
29 Июня , 16:35

"Әр-Рәхим" мәсетенең хәле нисек?

Мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр, тип...

"Әр-Рәхим" мәсетенең хәле нисек?"Әр-Рәхим" мәсетенең хәле нисек?
"Әр-Рәхим" мәсетенең хәле нисек?

Күптән түгел Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин менән журналистар осрашыуын ойошторғайны. "Мөфтөй менән бер сәғәт" тип аталған был сара планға ярашлы үтеп торасаҡ.

Тәүге осрашыуҙа ҡатнашыусылар "Әр-Рәхим" мәсетенең төҙөлөшө менән ҡыҙыҡһынып, уның барышын яҡындан күреү теләген белдергәйне. Ошо һорау ыңғай яуап алды, һөҙөмтәлә бөгөн, 29 июндә, журналистарҙан, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренән бер төркөм иман йортондағы эш барышы менән танышты.

Төҙөлөштөң подрядсыһы - "Профмастеров" компанияһы етәксеһе Павел Краснов һәр һорауға ентекле яуап бирҙе, монтажлау, биҙәү эштәренең нисек башҡарылғаны, ниндәй материалдар ҡулланылғаны, ниҙәр планлаштырылыуы һ.б. хаҡында һөйләне. Уның әйтеүенсә, киләһе Ҡорбан байрамына беренсе ҡатты халыҡты ҡабул итмәле итеп әҙерләү ҡаралған.

Әле эш күп һәм ул туҡтауһыҙ бара. Иншаллаһ, уңышлы булһын!

"Мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреүең яҡшыраҡ. Журналистарҙың, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренең мәсет төҙөлөшө барышы менән яҡындан танышыуы һәйбәт булды. Бер-беребеҙҙе тыңлап, ишетеп, эштең уңышлы барыуына булышлыҡ итәйек. Беҙ һөйләшеү өсөн һәр саҡ асыҡ, төҙөлөштәге яңылыҡтар менән уртаҡлашып торасаҡбыҙ", - тине Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Морат хәҙрәт Лоҡманов.

(Сара хаҡында тулыһынса "Башҡортостан" гәзитендә уҡырһығыҙ).

Юлай Кәримов фотолары. 

"Әр-Рәхим" мәсетенең хәле нисек?
"Әр-Рәхим" мәсетенең хәле нисек?
"Әр-Рәхим" мәсетенең хәле нисек?
"Әр-Рәхим" мәсетенең хәле нисек?
"Әр-Рәхим" мәсетенең хәле нисек?
"Әр-Рәхим" мәсетенең хәле нисек?
"Әр-Рәхим" мәсетенең хәле нисек?
"Әр-Рәхим" мәсетенең хәле нисек?
"Әр-Рәхим" мәсетенең хәле нисек?
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас