Бөгөн төрлө мәжлестәр уҙғарыла. Улар Ислам ҡағиҙәләренә тура киләме?
- Беренсенән, күп мәжлестәрҙә ирҙәр менән ҡатындар бергә ултыра. Ислам динендә был тыйылған (“Нур” сүрәһе, 30-се аят). Ирҙәр - мулланың уң яғынан, ә ҡатындар һул яғынан ултырһа, һәйбәтерәк булыр.
- Икенсенән, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡайһы берҙәре дини мәжлестә ирҙәр алдында көлә-көлә һөйләшеп ултыра. Был иһә Ислам диненә ҡаршы булған эштәрҙән һанала.
- Өсөнсөнән, ҡайһы бер мәжлестәрҙә харам колбасанан яһалған салаттарҙы һәм хатта колбасаны ла турап табынға ҡуялар. Өҫтөнә "Хәләл" тип яҙып һатылған колбаса ғына ярай.
- Дүртенсенән, күп ҡатын-ҡыҙҙар шәриғәт ҡушҡанса кейенмәй, ғәүрәттәрен ҡапламай, күкрәктәре асыҡ, сәстәре ҡапланмаған, тырнаҡтары һәм ирендәре буялған, төрлө духиҙар һибелгән хәлдә булалар.
- Бишенсенән, ҡайһы бер осраҡтарҙа саҙаҡаны күрһәтеп бирәләр, ә нәфел саҙаҡаһын күрһәтмәйенсә биреү хәйерлерәк.
- Алтынсынан, ҡайһы бер ҡалаларҙа төрлө мәжлестәргә төрлө-төрлө саҙаҡаларҙы “такса” итеп билгеләү. Миҫал өсөн: никах мәжлесе өсөн - шуның ҡәҙәр, исем ҡушҡан өсөн - шуның ҡәҙәр... Был мәкрүһ һанала, бындай мулланы ҡабат мәжлескә саҡырмау яҡшыраҡ.
- Етенсенән, ҡайһы бер ерҙәрҙә саҙаҡа таратылғас, “етмәне, был аҙ”, тип яңынан һорап алыу. Был - яҙыҡ эш.
Әгәр ҙә кеше һине өйөнә саҡырып ашатһа, эсерһә, бүләген бирһә, шуның өҫтөнә “Был аҙ, тағын шуның ҡәҙәрле саҙаҡа бир” тип әйтеү мәжлестең күркәм дәрәжәһен төшөрмәҫме икән? Әгәр ҙә ул кеше бөтөнләй мәжлескә йыймаһа, уға, ни өсөн мәжлес уҙгармайһың, тип әйтергә хаҡыбыҙ бармы? Әлбиттә, юҡ.
Сығанаҡ һәм фото: "Иманлы булайыҡ" төркөмө.