Иман
17 Июля , 01:20

Йомала уҡыла торған доға

Ошо доғаны уҡыһаң, үтенесең мотлаҡ тормошҡа ашыр.

Йомала уҡыла торған доғаЙомала уҡыла торған доға
Йомала уҡыла торған доға

Бөгөн йома, динебеҙҙә әйтелгәнсә, ҡояшҡа мансылған көн. Уны доғала үткәрәйек. Йомабыҙ мөбәрәк булһын!

"Әгəр ҙə йома көнө тəғəйен бер сəғəттə, Аллаһ Тəғəлəгə мөрəжəғəт итеп, ошо доғаны уҡыһаң, ул үтенесең мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ:

"Ләә иләәһә илләә әнтә йәә хәннәәнү йәә мәннәәнү йәә бәдииғәс-сәмәәүәәти үәл-арды йәә ҙәлджәләәли үәл-икраам".

"Йома намаҙынан һуң, урынынан тормайынса, кем "Әл-Ихлас", "Әл-Фәләҡ", "Ән-Нәс" сүрәләрен уҡыһа, Аллаһ Тәғәлә уны киләһе йомаға саҡлы яуызлыҡтан һәм бөтә зыянлы нәмәләрҙән һаҡлар". (Әл-Джәмиғүс-Сағир).

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас