Иман
18 Июля , 17:15

Эй Аллаһым, төндәребеҙҙе тыныс ит!

Йоҡларға ятыр алдынан, йоҡлай алмай ятҡанда, төндәр тыныс булһын өсөн уҡылған доғалар - сайтта.

Эй Аллаһым, төндәребеҙҙе тыныс ит!Эй Аллаһым, төндәребеҙҙе тыныс ит!
Эй Аллаһым, төндәребеҙҙе тыныс ит!

Йоҡларға ятыр алдынан уҡыла торған доға:

Аллаһүммә, бисмикә әмүтү үә әхйә.
Мәғәнәһе:

Әй, Аллаһ! Һинең исемең менән үлермен, һинең исемең менән йәшәйем.

Төндә йоҡо алмаған ваҡытта уҡыла торған доға:

Лә иләһә илләл-лаһүл-үәхтдүл-ҡаһһәрү раббүс-сәмәүәти үәл-әрҙи үә мә бәйнәһүмәл-ғәзизүл-ғаффәр.

Мәғәнәһе:

Берҙән-бер хаким, күктәрҙең һәм ерҙең, күктәр менән ер араһындағы бөтә булмыштарҙың Раббыһы, көс-ҡеүәт эйәһе, гонаһтарҙы кисереп тороусы Аллаһтан башҡа илаһ юҡ.

Йоҡо тыныс булһын өсөн уҡылған доға:

Аллаһүииә ғаратин-нүжмү үә һәдә әтил-ғүйүн. Үә әнтә хәййүн ҡаййүмүн лә тәхүҙүкә синәтүн үә лә нәүм. Йә хәййү ҡаййүм. Иһдә ләйли үә әним ғәйни.

Мәғәнәһе:

Эй, Раббым! Йондоҙҙар ҙа һүнде, күҙҙәрем йомола башланы. Ә һин – мәңгелек һәм үлем белмәҫ зат – йоҡоға мохтаж түгелһең. Эй, мәңгелек зат! Тәнемде имен ит! Миңә тыныс йоҡо бир!

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас