Иман
17 Июля , 20:00

Өйҙән сыҡҡанда уҡыла торған доға

Бөгөн, ялда, күптәр юлға йыйыналыр. Ошо доғаны уҡып сығығыҙ. 

Өйҙән сыҡҡанда уҡыла торған доғаӨйҙән сыҡҡанда уҡыла торған доға
Өйҙән сыҡҡанда уҡыла торған доға

Бөгөн, ял көнөндә, күптәр ҡайҙалыр барырға, юлға сығырға планлаштырғандыр. Сәфәрегеҙ, эш-ғәмәлдәрегеҙ уң булһын!

Аллаһтың фатихаһын алып йөрөгөҙ. Өйҙән сыҡҡанда уҡыла торған доғаны тәҡдим итәбеҙ:

"Бисмилләһи. Тәүәккәлтү ғәләл-лаһи. Үә лә хәүлә үә лә ҡуүүәтә иллә бил-ләһ".

Мәғәнәһе:

"Аллаһ исеме менән башлайым. Бөтә эштәремде Уның Үҙенә генә тәүәккәлләйем. Уға тапшырам. Ысын ҡеүәт, көс тик Аллаһтан ғына".

Зиннур Боҫҡонов фотоһы.

 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас