Иман
21 Июль , 19:10

Мөхәббәт һүнмәһен өсөн доға

Ул арағыҙҙы тағы ла яҡынайтып ебәрер.

Мөхәббәт һүнмәһен өсөн доғаМөхәббәт һүнмәһен өсөн доға
Мөхәббәт һүнмәһен өсөн доға

Һәр ғаиләнең матур, татыу йәшәгеһе килә. Ҡатын – иренең, ир ҡатындың яратыуын, аңлауын теләй.

Әммә ғаиләлә мөнәсәбәттәрҙең төрлөгә әйләнеүе, ауырлашыуы ихтимал. Ошондай осраҡтар өсөн пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән еткерелгән күркәм доғалар бар. Улар ир менән ҡатын араһындағы йылы мөнәсәбәттәрҙе кире ҡайтарырға ярҙам итер, һөйөү ҡуҙын яңынан дөрләтеп ебәрер.

Ошондай доғаларҙың береһен тәҡдим итәбеҙ:

“Аллаһуммә әллиф бәйнә кулүбинә, вә әсълих зәтә бәйнинә, вәһдинә субуләс-сәләми, вә нәжжинә минәз-зулүмәти илән-нур, вә жәнибәл-фәвәхишә мәәзәхәра минһә вәмә бәтәнә”.

Мәғәнәһе:

“Эй Аллаһым, беҙҙең йөрәктәребеҙҙе берләштер, ике аралағы мөнәсәбәтебеҙҙе яҡшырт. Беҙҙе тыныслыҡ юлынан алып бар, ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығар. Асыҡ һәм йәшерен насарлыҡтарҙан һаҡла”.

Автор фотоһы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас