

Динебеҙҙә әйтелеүенсә, мосолмандың мал-мөлкәте, ризығы, кейеме хәләл булһа, үҙен эске яҡтан да, тыштан да пак тотһа, уның доғалары ҡабул була.
Шулай уҡ рәнйетелгән кеше Аллаһҡа мөрәжәғәт итһә, уның доғаһы ҡабул ителә. Тимәк, башҡаларҙы яңылыш ҡына ла кәмһетеүҙән, ҡыйырһытыуҙан һаҡланырға кәрәк. Кемгәлер зарар килтерәһең икән, ул үҙеңә күпкә артып ҡайтасаҡ. "Өсәүҙең доғаһы кире ҡағылмаҫ, ҡабул ителер: ураҙа тотоусының ифтар мәлендәге, ғәҙел хөкөм итеүсенең һәм йәберләнгән кешенең", - тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә. Әгәр кемделер рәнйеткән икәнһегеҙ, ошо доғаны уҡый һалығыҙ:
"Аллааһүммә фәьәййүмәә мүьминин сәбәбтүһүү фәджғәл ҙәәликә ләһүү ҡурбәтән иләйкә йәүмәл-ҡийәәмәһ".
Мәғәнәһе:
"Эй Аллаһ! Берәй мөьмингә тел тейҙергән булһам, шуны (йәғни тел тейҙереүемде) уның өсөн Ҡиәмәт көнөндә Үҙеңә яҡынлау ҡоралы ит!"
Таң атҡанға тиклемге осорҙа уҡылған доғалар шунда уҡ Аллаһ Тәғәләгә еткерелә. Йома көнөнөң айырым бер сәғәтендә теләктәр ҡабул була. Биш тапҡыр уҡылған намаҙҙан һуң һоралғандар Раббыбыҙҙан яуап ала. Шулай уҡ саҙаҡа биргәс, ҡорбан салғас, башҡа изгелектәр эшләгәс, Ҡөрьән уҡығас та доғалар ҡабул була. Ямғыр, ҡар яуған ваҡытта Аллаһҡа мөрәжәғәттәр бойомға аша. Йәнә атай менән әсәйҙең балалары өсөн ҡылған доғалары ҡабул була.
Доғанан айырылмайыҡ.
Автор фотоһы.