Иман
25 Июля , 19:50

Уңышлы көн бир, Аллаһым!

Яңы көнөбөҙ яҡшы хәбәрҙәр генә килтерһен. Уны ошо доғалар менән башлайыҡ.

Уңышлы көн бир, Аллаһым!Уңышлы көн бир, Аллаһым!
Уңышлы көн бир, Аллаһым!

Һәр көндө Аллаһҡа шөкөр итеп, Унан уңыштар, именлек һорап башлайыҡ.

Ике доға тәҡдим итәбеҙ:

1. "Аллаһуммә инни әсъәлүкә хайра мә фи һәзәл яум вә хайра мә бәғъдәһү вә әғүҙү бикә мин шәрри мә фи һәзәл яум вә шәримә бәғъдәһү».

Мәғәнәһе:

"И, Раббым, мин Һинән был көндөң изгелектәрен һорайым. Был көндә мине бөтә бәлә-ҡазанан ҡотҡарһаң ине. Бөтә боҙоҡлоҡтарҙан, зарарҙан һаҡлаһаң ине. Ошо көндә генә түгел, башҡа ваҡыттарҙа ла мине бөтә изгелектәреңә өлгәштерһәң ине. Бөгөн һәм башҡа көндәрҙә лә бәлә-ҡазанан һаҡлаһаң ине". 

2. "Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәхәуүли ғәфиәтикә үә фужәти ниҡмәтикә үә жәмиғи сухтиҡ".

Мәғәнәһе:

"Йә Раббым! Ниғмәтеңдең кинәт бөтөүенән, Һин биргән сәләмәтлектең китеүенән, көтмәгәндә ҡайғы килеүҙән һәм башҡа бөтә ғазаптарыңдан тик Үҙеңә генә һыйынам".

Имен көндәр, яҡшы ял теләйбеҙ!

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас