

Эҫелек әҙәм балаһы өсөн физик яҡтан һынау ғына түгел, ә иманды нығытыу мөмкинлеге лә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең хәҙистәрендә бындай һауа торошон Аллаһҡа яҡынайыу сараһы тип атаған, доғала булырға саҡырған.
Эҫелә уҡыла торған доға:
"Лә иләһә иллАһлаһ, мә әшәддә хәррә хәз-әл-яуми, Аллаһүммә әджирни мин хәрри йәһәннәм!"
Мәғәнәһе:
"Аллаһтан башҡа илаһ юҡ. Был көндөң эҫеһе ҡайһылай көслө! Эй Аллаһ, мине йәһәннәм ҡайнарлығынан һаҡла!"
Динебеҙҙә әйтелеүенсә, көн эҫелеген сабырлыҡ, түҙемлек, Аллаһтың рәхмәтенә өмөт менән кисергән әҙәм балаһының гонаһтары кисерелер. Шуның өсөн дә зарланыр урынға шөкөр итәйек, бер-беребеҙгә һыу биреп, күләгә күрһәтеп, яҡшы һүҙҙәр әйтеп ярҙам күрһәтәйек.
Ерҙәге эҫелек аша Аллаһ Тәғәлә беҙгә йәһәннәмдәге яза тураһында иҫкәртә - ә унда бик күп тапҡыр ҡайнарыраҡ, тиелә динебеҙҙә.
Һынауҙы күркәм сабырлыҡ менән үтергә насип итһен!
Автор фотоһы.