Иман
28 Июль , 19:10

Йәшелсә, емеш-еләк уңһын өсөн доға

Ауыр хеҙмәтегеҙҙең мул уңышын күрергә яҙһын. Доға - яҙмала.

Йәшелсә, емеш-еләк уңһын өсөн доғаЙәшелсә, емеш-еләк уңһын өсөн доға
Йәшелсә, емеш-еләк уңһын өсөн доға

Йәшелсә, емеш-еләк уңһын өсөн дә доғалар бар. Шуның береһен тәҡдим итәбеҙ.

Динебеҙҙә әйтелеүенсә, өлгөргән тәүге емештәрҙе Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә алып килгәндәр. Пәйғәмбәребеҙ уларҙы ҡулына алған да,

"Аллаһүм-мә, бәрик ләнә фи сәмәринә, үә бәрик ләнә фи мәдинәтинә, үә бәрик ләнә фи сә‘инә үә бәрик ләнә фи мүддинә!"

тип доға ҡылған (Мөслим, Тирмизи).

Мәғәнәһе:

Эй, Аллаһым! Беҙҙең емештәрҙе мул ит, йәшәгән еребеҙҙе хәйер-фатихаңдан айырма, барыһына бәрәкәт бир!"

Баҡсалағы ауыр хеҙмәтегеҙҙең мул уңышын күрергә яҙһын. Доғала булайыҡ.

 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас