

Ҡайғырып өҙгөләнһәгеҙ, көн дә «Ләә-хәүлә үә ләә ҡеүәтә иллә-билләһ» зекерен әйтегеҙ
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм: «Кем дә булһа, «Ләә-хәүлә үә ләә ҡүүәтә иллә-билләһ» зекерен уҡыһа, бөтөн ҡайғы-хәсрәттәре китер", - тигән. Был зекерҙең мәғәнәһе: «Көс һәм ҡеүәт бары тик Аллаһ Тәғәләнән».
Уны берәү көнөнә 100 тапҡыр ҡабатлап әйтһә, ул кешегә фәҡирлек килмәҫ.
Әбү Һөрәйрә риүәйәт иткән хәҙис-шәрифендә һөйөклө пәйғәмбәребеҙ с.ғ:
«Ләә-хәүлә үә ләә ҡүүәтә иллә-билләһ» доғаһы туҡһан туғыҙ сирҙән дауалыр. Ул сирҙәрҙең иң кескенәһе — ҡальб һыҡтауылыр», - ти.
Был доғаны уҡыған кешелә һис бер һыҡтау, хәсрәт, һыҙланыу ҡалмаҫ.
Пәйғәмбәребеҙҙең иң мөбәрәк доғаһына иғтибар итһәк, «99 сиргә дауалыр, был сирҙәрҙең иң кескенәһе күңел һыҡтауы, күкрәү ҡыҫыуы, ҡайғы үә һыҙланыуҙар», — ти.
«Ләә-хәүлә үә ләә ҡеүәтә иллә-билләһ» доғаһын уҡыған кешенең хәсрәт үә һыҙланыуҙары үҙҙәренән-үҙҙәре һүнер, таралыр. Йәнә хәҙрәте Ғәли (р.г.) әфәндебеҙҙең риүәйәт иткән бер хәҙис-шәрифе.
Пәйғәмбәребеҙ с ғ:
«Кемдер берәр нәмәнән ҡайғырып өҙгәләнһә, «Ләә-хәүлә үә ләә ҡеүәтә иллә-билләһ» доғаһын уҡыһын». Тимәк, был доға ҡайғы-хәсрәттәребеҙҙең китеүе өсөн берҙән-бер дауа", - тигән.
Ә бына Табарани риүәйәт иткән бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ былай тигән: «Аллаһ Тәғәләнең үҙенә биргән ниғмәтенең үҙендә дауамлы булып ҡалыуын теләгән кеше күп-күп итеп: «Ләә-хәүлә үә ләә ҡүүәтә иллә-билләһ»« доғаһын уҡыһын».
Сығанаҡ: "Иманлы булайыҡ!" төркөмө.
Автор фотоһы.