

Әлбиттә, иң беренсе табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ ҙә "Табип булмаған ерҙә йәшәмә" тигән.
Артабан шифа һорап доға ҡылырға: “Әлхәмдү лилләһи Раббиль ғәәләмиин әссаләәтү үәссәләәмү ғәләә рәсүлиһи Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсъхәәбиһи әҗмәғиин" (Йә Раббым! Үҙ хикмәтең һәм рәхмәтең менән ошо ауырыуҙы миңә бирҙең... Һәр бер ауырыу һәм уның дауаһы фәҡәт Һинән генә. Хәйерле шифаларын да биреп, миңә сихәтләнергә, терелергә насип ит!). Был доға ике рәҡәғәт хәжәт намаҙы уҡығандан һуң ҡылынһа, тағы ла яҡшыраҡ.
Тәүбә итеп, ярлыҡауҙы һорап та доға ҡылыу зыян итмәҫ. "Әстәғәфируллаһ" (Аллаһтан ғәфү үтенәм) тип йыш ҡабатларға кәрәк.
Иң ҙур сәләмәтләндереү көсөнә “Фатиха” сүрәһе эйә тиелә. Хәҙистәрҙең береһендә, “Фатиха” сүрәһендә барлыҡ ауырыуҙарҙан да дауа бар, тиелә.
Дини белгестәр белдереүенсә, иң һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе – саҙаҡа биреү. Әбү Бәкер әл-Хәбб Ғәзиз үҙ тормошонда булған шундай хәлде һөйләгән: “Бер ваҡыт мин ҡурҡыныс ауырыу менән ауырый башланым. Минең тәҡүәле күршем быны белгәс былай тине: “Пәйғәмбәребеҙҙең “Ауырыуҙарығыҙҙы саҙаҡа ярҙамында дауалағыҙ” тигән нәсихәтен ҡуллан!” Был йәй осоро ине. Мин күп итеп ҡарбуз һатып алдым да әйләнә-тирәләге фәҡирҙәрҙе һәм бала-сағаны саҡырып, шул ҡарбуздарҙы ашаттым. Һуңынан улар ҡулдарын күтәреп, минең һауығыуымды теләп доға ҡылдылар. Аллаһ менән ант итәм – икенсе көндө иртән мин Аллаһ Тәгаләнең олуғ рәхмәте менән һау-сәләмәт һәм имен хәлдә уяндым”.
Ришат хәҙрәт Ҡурамшин әҙерләне.
Ә. Байымов фотоһы.