

Әлхәмдү лилләәһи Раббил-ғаләмин, әс-саләтү үәс-сәләмү ғәләә рәсүлиһи Мөхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәбихи әжмәғин...
Бөтә ғәләмдәрҙең Раббыһы булған Аллаһҡа маҡтау булһын. Уның һөйөклө Пәйғәмбәре Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһи үә сәлләмгә, шулай уҡ уның нәҫеленә һәм барлыҡ сәхәбәләренә Аллаһтың рәхмәте һәм сәләме булһын.
Йә Аллаһ, йә Ғәзиз Раббым!
Йә ауырлыҡта ҡалғандарҙың хәлен еңеләйтеүсе... һәр фәҡирҙе байытыусы... һәр көсһөҙгә көс биреүсе... һәр ауырыуға шифа биреүсе... рәнйетелгәндәрҙе яҡлаусы... Йә ҡурҡыу һәм борсолоу эсендә ҡалғандарға именлек һәм тыныслыҡ биреүсе!
Миңә килгән ауырлыҡты еңеләйт. Теләгемде ҡабул итеп, ошо ауыр хәлдән сығыу юлын күрһәт. Хәлемде еңеләйтә алырлыҡ ҡолдарыңды юлымда осрат. Үҙеңдең бөйөк рәхмәтең менән был мәсьәләнең яҡшы хәл ителеүен һәм ошо эштең хәйерле тамамланыуын насип ит.Йә Раббым!
Мине Үҙеңдең рәхмәтең һәм һаҡлауың аҫтына ал. Ярҙамыңдан айырма. Ғүмерем буйы Үҙеңдең рәхмәтеңдә йәшәргә насип ит.
Иннәә лилләәһи үә иннәә иләйһи раажиғун... Аллаһүммә әжүрнии фии мүсыйбәтии үәхлүф лии хайран минһә...
Мәғәнәһе: Дөрөҫлөктә, беҙ Аллаһтыҡы һәм Уға ҡайтабыҙ. Йә Аллаһ! Ошо ауырлыҡта сабыр иткәнем өсөн миңә әжер-сауап бир һәм уның урынына унан да яҡшырағын насип ит.
Раббәнәә әмәннәә фәғфир ләнәә үәрхәмнәә үә әнтә хайрур-раахимиин...
Мәғәнәһе: Йә Раббыбыҙ! Беҙ Һиңә ихлас иман килтерҙек. Беҙҙе ғәфү ит, беҙгә рәхмәтеңде насип ит. Һин — рәхимлеләрҙең иң Рәхимлеһе.
Раббәнәә әәтинәә фид-дүнйәә хәсәнәтәү-үә фил-әәхирати хәсәнәтәү-үә ҡинәә ғәзәбән-нәәр. Бирахмәтикә йә Әрхәмәр-раахимиин.
Мәғәнәһе: Йә Раббыбыҙ! Беҙгә был донъяла ла, Әхирәттә лә изгелек бир һәм беҙҙе ут ғазабынан һаҡла. Әмин.
Фото һәм сығанаҡ: "Иманлы бул" төркөмө.
📍"Башҡортостан" гәзитенең МАХ рәсми каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan