

Йырсы һәм композитор Рифат Йәмлихин яҙыусы, шағирә Лира Яҡшыбаева һүҙҙәренә яҙылған “Мөжәүир” йырына клип төшөргәйне.
Был клип данлыҡлы хәҙрәттең тыуған төйәгендә – Баймаҡ районының Манһыр ауылы янында төшөрөлгән. Төп ролдә – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Урал Зәйнуллин. Белеүебеҙсә, ул Лира Яҡшыбаеваның әҫәре буйынса ҡуйылған “Әүлиә” спектаклендә лә Мөжәүир хәҙрәт ролен башҡарғайны.
Клип төшөргән мәлдә сәйер генә хәлдәр ҙә булған. Был хаҡта беҙгә Рифат Йәмлихин үҙе һөйләне.
- Урал килеү менән: “Мин ҡабаланам, төшкә тиклем генә төшәм дә Сибайға ҡайтырға кәрәк”, - тине. Төшкә тиклем клипты төшөрҙөк тә, ул йәһәтләп ҡайтырға сыҡты. 20 минут самаһы ваҡыт үттеме-юҡмы, кире әйләнеп килде. Баймаҡ – Сибай трассаһын таба алмай, аҙашҡан икән. Бына ошолай тура ғына бараһың да сығаһың, тип өйрәтеп ебәрҙек. 20 минуттан Урал тағы килеп туҡтаны. Нисектер ҡурҡҡан кеүек, тулҡынлана. Был хәл өсөнсөгә лә ҡабатланғас, беҙ ҙә аптыраныҡ. Ә бит Урал Зәйнуллин был урында әллә нисәмә тапҡыр булғаны бар, хатта ике тапҡыр ошонда ҡорбан салдырып ашатты.
"Трассаға ҡарай һин дә мин китеп барғанымда ҡапыл күҙем бәйләнә лә ҡуя. Машина нисектер үҙенән-үҙе кирегә китеп барған була һәм мин клип төшөргән кисеү буйына киләм дә сығам", - тип һөйләне Урал.
Дүртенсе тапҡырға үҙемдең машинаға ултырып, Уралды арттан эйәртеп, юлланырға тура килде. 10 минут тигәндә трассаға килеп тә сыҡтыҡ. Ғәжәп хәл бит! Хәҙрәт беҙҙе шаяртырға теләнеме, әллә Уралды ебәргеһе килмәнеме, йә берәй бәлә-ҡазанан аралағандыр, тип уйлайбыҙ, – тине йырсы.
Әйткәндәй, был йыр ҙа, уның клибы ла тыңлаусылар күңеленә хуш килде.
Фото: видеонан скриншот.