Иман
14 Августа , 19:34

КҮҘ ТЕЙЕҮҘӘН ҺАҠЛАНЫУ ӨСӨН

Күҙ тейеү кешенең хәленә, ғаилә мөнәсәбәттәренә һәм көндәлек тормошона насар йоғонто яһай тип иҫәпләнә. Динебеҙ нисек һаҡланырға өйрәтә. 

КҮҘ ТЕЙЕҮҘӘН ҺАҠЛАНЫУ ӨСӨНКҮҘ ТЕЙЕҮҘӘН ҺАҠЛАНЫУ ӨСӨН
КҮҘ ТЕЙЕҮҘӘН ҺАҠЛАНЫУ ӨСӨН

КҮҘ ТЕЙЕҮ күренешен берәү ҙә инҡар итмәй. Күҙ ҡарашының ни тиклем көслө булыуы тураһында халҡыбыҙ: «Әҙәм күҙе ағас ҡоротыр», «Яман күҙҙән таш сатнай», — тип әйтә. Шуға күрә «Күҙе уҫалдан ҡырға ҡас!» тигән һүҙ ҙә бар.

Көнләшеү, ҡыҙығыу, хөсөтлөк менән генә түгел, хатта артыҡ һоҡланып та ҡарамаҫҡа ҡушалар. Тулған айға күҙ төшкәндә лә:

«СҮБХӘНАЛЛАҺ! МӘ ШӘӘ АЛЛАҺ!»

— тип әйтергә бәләкәйҙән өйрәтәләр.

Күҙ бигерәк тә яңы тыуған балаларға тиҙ тейеүсән була. Шуға күрә сабыйға 40 көн тулмайынса, уны сит-ят кешеләргә артыҡ күрһәтмәҫкә тырышалар.

Әйткәнебеҙсә, күҙ тейеү тигән төшөнсә борондан йәшәп килә. Шуға күрә кемдер ҡапыл ғына төшөнкөлөккә бирелһә, күҙгә күренеп «кибә» башлаһа, хәлһеҙләнһә, ә табиптар бының сәбәбен таба алмаһа, «Күҙ теймәнеме икән?» тигән шик тыуыуы мөмкин.

Күҙ тейеү кешенең хәленә, ғаилә мөнәсәбәттәренә һәм көндәлек тормошона насар йоғонто яһай тип иҫәпләнә.

Дини ҡараш буйынса, бындай осраҡтарҙа Аллаһҡа һыйыныу һәм Ҡөрьән уҡыу мөһим.

КҮҘ ТЕЙЕҮҘӘН ҺАҠЛАНЫУ ӨСӨН

Күҙ тейеүгә ҡаршы иң яҡшы сараларҙың береһе — Ҡөрьән Кәримдән сүрәләр һәм аяттар уҡыу.

Ғәҙәттә:

  1. «ФАТИХА» сүрәһе
  2. «ИХЛАС» сүрәһе (112)
  3. «ФӘЛӘҠ» сүрәһе (113)
  4. «НӘС» сүрәһе (114)
  5. «АЯТЕЛ-КӨРСИ» (2:255)
  6. «ҠӘЛӘМ» сүрәһенең 51–52-се аяттары уҡыла.

Әғүүҙү билләһи минәш-шайтанир-ражим.

Үә ий-йәкәдүл-ләҙиинә кәфәруу ләйүзлиҡуунәкә би әбсаариһим ләммәә сәмиғүз-зикра үә йәҡуулүүнә иннәһүү ләмәжнүүн. Үә мәә һүә илләә зикрул-лил-ғәәләмиин.

(«Ҡәләм» сүрәһе, 51–52-се аяттар.)

КҮҘ ТЕЙГӘС УҠЫЛА ТОРҒАН ДОҒАЛАР

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.

Әғүүҙү би кәлимәтилләәһит-тәәммәти миң күлли шайтаани үә һәәммәһ, үә мин күлли ғайнин ләәммәһ.

Мәғәнәһе:

Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым. Бөтә шайтандарҙан, зарар килтереүсе йән эйәләренән һәм яман күҙҙән Аллаһ Тәғәләнең камил һүҙҙәренә һыйынам.

«Фатиха», «Аятел-Көрси», «Фәләҡ» һәм «Нәс» сүрәләрен уҡып, устарығыҙға еңелсә өрөп, баштан аяҡ осона тиклем тәнегеҙҙе һыпырырға мөмкин. Быны иртән һәм кис башҡарыу яҡшы.

Үҙегеҙ берәй кешегә йәки башҡа йән эйәһенә һоҡланып ҡарағанда:

 «МӘ ШӘӘ АЛЛАҺ!», «СҮБХӘНАЛЛАҺ!»

— тип әйтеү яҡшы.

КӨНДӘЛЕК ҒӘМӘЛДӘР

  1. Мөмкин тиклем тәһәрәтле йөрөргә тырышығыҙ. Тәһәрәт боҙолһа, яңынан алығыҙ.
  2. Һәр көн истиғфар һәм тәүбә ҡылығыҙ:

«Әстәғфируллаһ!»

  1. Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат әйтегеҙ:

«Аллаһүммә салли ғәләә сәййидинә Мөхәммәд!»

  1. Мөмкинлек булһа, төндә тәһәжжүд намаҙы уҡығыҙ.
  2. Өҫтәмә нәфел намаҙҙарын, шул иҫәптән Духа намаҙын, ҡылырға тырышығыҙ.
  3. Мөмкинлек булғанда дүшәмбе һәм кесаҙна көндәрендә нәфел ураҙаһы тоторға мөмкин.
  4. Дини белем алығыҙ, уҡығандарығыҙ тураһында уйланығыҙ һәм файҙалыһын ғаиләгеҙгә лә өйрәтегеҙ.
  5. Кисен «Мүлк» сүрәһен (67) уҡырға мөмкин.
  6. Ҡөрьәнде даими уҡырға тырышығыҙ.
  7. Йома көнөндә «Кәһеф» сүрәһен (18) уҡыу күркәм ғәмәлдәрҙән һанала.

АЛЛАҺ ТӘҒӘЛӘ БАРЫБЫҘҒА ЛА ҮҘЕНЕҢ ЯРҘАМЫН, РӘХМӘТЕН ҺӘМ ӘЖЕР-САУАПТАРЫН НАСИП ИТҺЕН! ӘМИН!

Авторы: Ирек Замялов.

Сығанаҡ һәм фото: "Иманлы бул" төркөмө. 

📍"Башҡортостан" гәзитенең МАХ рәсми каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас