Иман
25 Августа , 19:21

Бурыстарҙан ҡотолоу өсөн ниндәй доға уҡырға?

Хәйерле иртә! Яңы көн уңыштар килтерһен. Был доғаны үҙегеҙгә күсереп алығыҙ, кәрәге тейер.

Бурыстарҙан ҡотолоу өсөн ниндәй доға уҡырға?Бурыстарҙан ҡотолоу өсөн ниндәй доға уҡырға?
Бурыстарҙан ҡотолоу өсөн ниндәй доға уҡырға?

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ йоҡларға ятҡанда уҡыған доғаларының береһе:

اللَّهُمَّ رَبَّ السَّمَاوَاتِ وَرَبَّ الْاَرْضِ وَرَبَّ الْعَرْشِ الْعَظِيمِ رَبَّنَا وَرَبَّ كُلِّ شَىْءٍ. فَالِقُ الْحَبِّ وَالنَّوَى وَمُنْزِلَا التَّوْراةِ وَالْاِنْجيلِ وَالْفُرْقَانِ. أَعُوذُ بِكَ مِنْ شَرِّ كُلِّ شَىْءٍ اَنْتَ اَخِذٌ بِنَاصِيَتِهِ. اللَّهُمَّ اَنْتَ الْاَوَّلُ فَلَيْسَ قَبْلَكَ شَىىْءٌ. وَاَنْتَ الْاَخِرُ فَلَيْسَ بَعْدَكَ شَىْءٌ. وَأَنْتَ الظاَهِرُ فَلَيْسَ فَوْقَكَ شَىْءٌ وَأَنْتَ الْبَاطِنُ فَلَيْسَ دُونَكَ شَيْءٌ إِقْضِ عَنَّا الدَّيْنَ وَأَغْنِنَا مِنَ الْفَقْرِ

Әллаһүммә Раббәс-сәмәәүәәти үә Раббәл-арды үә Раббәл-ғаршил-ғәҙыйми, Раббәнәә үә Раббә күлли шәй-ин. Фәәлиҡул-хәбби үән-нәүәә үә мүнзиләт-Тәүраати үәл-Инжиили үәл-Фурҡаан. Әғүүҙү бикә мин шәрри күлли шәй-ин әнтә әәхыҙун бинәәсыйәтиһ. Әллаһүммә әнтәл-әүүәлү фәләйсә ҡабләкә шәй-ун. Үә әнтәл-әәхиру фәләйсә бәғдәкә шәй-ун. Үә әнтәҙ-ҙааһиру фәләйсә фәүҡәкә шәй-ун, үә әнтәл-бәәтыйну фәләйсә дүүнәкә шәй-ун. Иҡды ғәннәд-дәйнә үә әғнинәә минәл-фәҡри.

“Йә Аллаһым! Эй, күктәрҙең, ерҙең һәм бөйөк Ғәрештең Раббыһы! Эй, беҙҙең Раббыбыҙ һәм бөтә нәмәнең Раббыһы! Эй, орлоҡто һәм емеш төшөн ярып үҫтереүсе, Тәүратты, Инжилде һәм Ҡөрьәнде иңдереүсе Аллаһ! Һәр төрлө яманлыҡтан Һиңә һыйынам.

Һин — Әүәлгеһең, Һинән алда бер нәмә лә юҡ. Һин — Ахырғыһың, Һинән һуң бер нәмә лә юҡ. Һин — Заһирһың, Һинән өҫтә бер нәмә лә юҡ. Һин — Батинһың, Һинән яҡыныраҡ бер нәмә лә юҡ.

Йә Раббым! Бурыстарыбыҙҙы түләргә ярҙам ит һәм беҙҙе фәҡирлектән ҡотҡар”.

Имам Мөслимдең хәҙистәр йыйынтығынан.

Сығанаҡ һәм фото: "Иманлы булайыҡ!" төркөмө. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan   ҡушылығыҙ!

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас